САРМАНАЙ
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
образование
1 Сентябрь 2022, 17:00

Уңышлы-имен, ҡаҙаныштарға бай йыл булһын

1 сентябрь – илебеҙҙә Белем көнө! Бөгөн район мәктәптәренең ишектәре яңы уҡыу йылына старт биреү өсөн йәнә асылды.

Уңышлы-имен, ҡаҙаныштарға бай йыл булһын
Уңышлы-имен, ҡаҙаныштарға бай йыл булһын

Традиция буйынса, был көндө Саҡмағош беренсе урта мәктәбендә лә Белем көнөнә арналған тантана үтте. Унда муниципаль район хакимиәте башлығы Реканс Фәнил улы Ямалеев, мәғариф бүлеге начальнигы, педагогия фәндәре кандидаты Рәсимә Зәлиф ҡыҙы Балягова, Пенсия фонды дәүләт идаралыгының Саҡмағош районындагы бүлеге начальнигы, район Советы рәйесе Ләйсән Рәуил ҡыҙы Мостафина, Саҡмағош районы прокуроры вазифаһын башҡарыусы Виталий Валерьевич Уваров ҡатнашты. Сара Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндары менән башланды. Дәүләт флагын күтәреү хоҡуҡына уҡыу алдынғыһы Вәлийәр Васильев, уҡыу алдынғыһы, уҡыусылар олимпиадаһының рус теле буйынса республика этабы призеры Рияз Вәлиев, ауыл ерлегендә эшләүсе йәш уҡытыусыларға тәғайенләнгән грант эйәләре Алена Викторовна Ганиева менән Айгөл Марат ҡыҙы Ямалтдинова, мәктәп директорының тәрбиә эштәре буйынса кәңәшсеһе Ирина Риф ҡыҙы Ғиләжева эйә булды. Был тантананан һуң юғары етәкселәр һәм мәктәп директоры Алмаз Рамил улы Бикмөхәммәтов уҡыусыларҙы һәм уҡытыусылар коллективын, сараға килгән ата-әсәләрҙе яңы уҡыу йылы башланыу менән ҡотлап, бик күп йылы теләктәр еткерҙеләр, уның уңышлы, имен булыуын теләнеләр. Артабан бөтә синыфтарҙа белем алыусы уҡыу алдынғылары тәбрикләнеп, уларға Маҡтау грамоталары тапшырылды. Быйыл беренсе тапҡыр мәктәп ишеген атлап ингән иң кескәй уҡыусылар – беренсе синыфтарҙың сығышы ла беркемде лә битараф ҡалдырманы. Был уҡыу йылында улар айырыуса күп – бында 90 кескәй малай һәм ҡыҙ Белем иленә мауыҡтырғыс сәйәхәтен башлаясаҡ. Өлкән синыфлардағы апай-ағайҙары уларҙы ҡотлап, белем асҡысы тапшырҙы. Байрам тантанаһын мәктәп уҡыусыларының музыкаль сығыштары бизәне.

Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас: