САРМАНАЙ
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ғинуар 2023, 11:15

Кескәйҙәр менән мөһим әңгәмә

Бөгөн илебеҙ өсөн иҫтәлекле дата билдәләнә. Халҡыбыҙ тарихы китабының еңеүле, данлы, ҡаһарманлығы менән таң ҡалдыған һәм фажиғәле биттәрендә мәңгелеккә уйып яҙылған Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларын күҙ йәштәрһеҙ һәм тетрәнмәйенсә искә алып булмай. Шундай ваҡигаларҙың береһе – оҙон-оҙаҡ 900 көн дауам иткән Ленинград блокадаһы. Был фажиға – ҡот осҡос шарттарҙа ла теҙ сүкмәгән, үлемде, аслыҡты, ҡаты һыуыҡтарҙы, бомбаға тотоуҙарҙы еңә алған ҡала халҡы ҡаһарманлығының быуаттарға етерлек өлгөһө.

Ошо истәлекле көн уңайынан Саҡмағош районының Советтар Союзы Геройы Г.Латипов исемендәге Иҫке Бәшир урта мәктәбендә белем алыусы башланғыс синыф уҡыусылары менән Ленинград блокадаһын өҙөүгә арналған тематик әңғәмә үтте. Аның барышында мәктәп директорының тәрбиә эшсәнлеге буйынса кәңәшсеһе Г.А.Аҡсурина балаларға ҡала дошман ҡамауында ҡалған ваҡытта унда йәшәүселәрҙең үтә лә ауыр тормош шарттары, балаларҙың һәм өлкәндәрҙең һәр миҙгелдә ерҙә йәшәү өсөн көрәшеүе тураһында тәьҫирле итеп һөйләне. Әлегә кескәй генә булһалар ҙа, малайҙар һәм ҡыҙҙар был турала ҙур иғтибар менән тыңланы, үҙҙәре өсөн яңы булған мәғлүмәтте яҡшы үҙләштерҙе. Әңгәмә ахырында улар күп һанлы һорауҙар ҙа бирҙеләр.
Илебеҙ тарихына ҡанлы йәштәр менән яҙылған Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы хәтирәләр темаһына үткәрелгән бындай саралар йәш быуын вәкилдәренә иң тәьҫирле рухи, әхләки тәрбиә биреү сараһы булып тора. Улай гына ла түгел, бөгөнгө вәҙғиәтте, илебеҙҙең яңынан баш күтәрә башлаған неонацистарға ҡаршы алып барған изге көрәшен нығраҡ аңларға ярҙам итә.

Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас: