САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Октябрь 2022, 11:05

Тыуған яҡҡа һөйөү менән

Ошо көндәрҙә Саҡмағош Балалар ижад үҙәгендә район мәктәптәре уҡыусылары араһында “Туған яғыма ғүмерлек һөйөү менән” тип исемләнгән шиғырҙарҙы сәнғәтле һөйләүселәр бәйгеһенә йомғаҡ яһалды.

Тыуған яҡҡа һөйөү менән
Тыуған яҡҡа һөйөү менән

Унда райондың бөтә мәктәптәренән тиерлек 1-11 синыфтар уҡыусылары ҡатнашты. Еңеүселәр йәш категориялары буйынса “Шиғырҙарҙы иң яҡшы башҡарыусы”, “Еңеүгә ынтылыш”, “Иң изгелекле башҡарыу”, “Иң хисле башҡарыу”, “Шиғырҙарҙы Башҡортостан халыҡтары телдәрендә иң яҡшы башҡарыу” номинацияларында оҫталыҡта ярышты.
Бәйгелә ҡатнашырға теләк белдереүсе малайлар һәм ҡыҙҙарҙың күп булуы һөйөндөрҙө. Улар бөтәһе лә ҙур дәрт менән үҙ сәләттәрен күрһәтергә ынтылды. Еңеүселәргә район конкурсының Маҡтау грамоталары тапшырылды.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Балалар ижад үҙәгенең “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһе.

Автор:
Читайте нас: