САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Октябрь 2022, 12:20

Һәр ғаиләгә лә фарыз

Бөтәбеҙ өсөн дә үҙебеҙ үҫтергән бай уңышты йыйып алыу – ҙур шатлыҡ. Бының Аллаһ Тәғәлә тарафынан ебәрелгән олы ниғмәт икәнен иҫебеҙҙән сығармаһаҡ ине. Баҡсаларҙан алынған уңыштың ундан бер өлөшөн быға мохтаж булған кешеләргә тапшырыу иһә ошо ниғмәт өсөн Аллаһ Раббыбыҙға рәхмәт әйтеүгә тиң. Был төр хәйер ғөшөр садаҡаһы тип әйтелә.

Һәр ғаиләгә лә фарыз
Һәр ғаиләгә лә фарыз


Ошо көндәрҙә Саҡмағош районының Яңы Балтас ауылындағы "Фәриҙә" мәсетендә хаҡ динебеҙ ҡанундарын хөрмәт итеп, Аллаһ Раббыбыҙ ҡушҡандарҙы үтәп йәшәргә ынтылыусы яҡташтарыбыҙ ғөшөр садаҡаһы йыйҙылар. Был көҙгө ниғмәттәр Өфөләге Рәсәй Ислам университеты – “Ғәлиә” мәдрәсәһе шәкерттәренә ебәрелде. Динебеҙ һәм ватандаштарыбыҙҙың рухи үҫеше өсөн ғилем алыусы шәкерттәргә ярҙам иткән бөтә райондаштарҙы Аллаһы Тәғәлә тағы ла нығыраҡ ҙурлаһын, был яҡшы ғәмәлдәре өсөн сауаптарын ҡабулдарҙан ҡылһын, тип теләйҙәр ғөшөр садаҡаһы йыйыуҙы ойоштороусылар.

Автор:Сайтҡа Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.
Читайте нас: