САРМАНАЙ
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июнь 2022, 15:45

Юлдар хәүефһеҙ булһын өсөн

Саҡмағош районының “Беҙ бергә!” ирекмәндәр хәрәкәте волонтерҙары район эске эштәр бүлегенең юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә республикала юл-транспорт ваҡиғаларын киҫәтеү-профилактикалау маҡсатында иғлан ителгән “Водитель рулит” акцияһында ҡатнашты. Был сара “Мәғариф” дөйөм дәүләт проекты сиктәрендәге “Социаль әүҙемлек” федераль проекты ҡысаларында ойошторолдо.

Сарала Саҡмағош беренсе урта мәктәбе уҡыусыһы булған 7 волонтер ҡатнашты. Волонтерҙар юл инспекторҙары менән берлектә водителдәргә мөрәжәғәт итеп, уларҙы руль артында үтә лә иғтибарлы булырға, йәйәүлеләрҙе үткәреп ебәрергә, тиҙлек режимын ҡатғи һаҡларға һәм балалар учреждениелары урынлашҡан ерҙәрҙә айырыуса һаҡ булырға өндәне. Автоинспекторҙар үҙ сиратында административ хоҡуҡ боҙоусыларға ҡарата ҡулланыла торған яуаплылыҡ тураһында киҫәтеп, бөтә водителдәрҙе лә юл хәрәкәте ҡәғиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырҙы. Акция барышында волонтерҙар шулай уҡ пропаганда йүнәлешендәге иҫкәрмәлектәр ҙә тараттылар. “Был сара йәйәүлеләргә һәм водителдәргә гражданлыҡ позицияһын һәм юлдарҙағы хәүефһеҙлек проблемаһына үҙ ҡарашын белдерергә ярҙам итте. Сара 30 минут ҡына дауам итһә лә, ул балаларға бик оҡшаны һәм улар был көн хәтерҙәребеҙҙә оҙаҡ һаҡланыр тип үҙ тәьсораттары менән уртаҡлашты”, – тине йәштәр эштәре, физкультра һәм спорт буйынса комитеттың әйҙәүсе белгесе Айһылыу Халитова.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: район Йәштәр үҙәгенең “Бәйләнештә” сайтындағы сәхифәһе.

Автор:Рәзилә Арсланова әзерләде
Читайте нас: