САРМАНАЙ
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Апрель 2022, 11:11

Беҙҙекеләр булдыра!

Илештәр – мини-футбол буйынса Башҡортостан Республикаһы XXX ауыл спорт уйындарының район-ара һәм зона ярыштарында көмөш призерҙар.

Беҙҙекеләр булдыра!
Беҙҙекеләр булдыра!

 

Ҡуян ауылында мини-футбол буйынса район-ара һәм зона ярыштары уҙҙы. Унда Илеш, Краснокама, Шаран һәм Саҡмағош райондарынан 4 йыйылма команда ҡатнашты.

Һөҙөмтәлә Илеш районы йыйылма командаһы, икенсе урын яулап, ағымдағы йылдың 22-24 апрелендә Ҡырмыҫҡалы ауылында уҙасаҡ финал ярышында ҡатнашасаҡ.

Илеш районы командаһын Артур Зуев, Урал Рөстәмов, Эдуард Насибуллин, Айбулат Ғәбделхаҡов, Ильвир Ризуанов, Алмаз Фәтелбаянов, Альмир Сәлмәнов, Рөстәм Кашапов һәм Рәсил Хажиев тәшкил итте.

Автор:Лира   Гәрәева
Читайте нас: