САРМАНАЙ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Февраль 2022, 12:20

РӘМИ ҒАРИПОВ – БЕҘҘЕҢ ЙӨРӘКТӘРҘӘ!

Бөгөн Башҡортостандың бөйөк халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнө.

РӘМИ ҒАРИПОВ – БЕҘҘЕҢ ЙӨРӘКТӘРҘӘ!
РӘМИ ҒАРИПОВ – БЕҘҘЕҢ ЙӨРӘКТӘРҘӘ!

Республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров Указы нигеҙендә Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы ҙур юбилей саралары башҡарыла. Ошо уңайҙан "Рәми - беҙҙең йөрәктәрҙә!" шиғыр һөйөүселәр флешмобы үтте. Сәмле шиғри сылбырҙа Рәмзилә Исламғәлиева Рәми Ғариповҡа арнап яҙған "Яңғыраһын оран-йыр булып!" шиғыры менән ҡатнашты. Шулай уҡ район телевидениеһының халыҡ шағирына арналған тапшырыуында уҡыусыларыбыҙ һәм уҡытыусыларыбыҙ әүҙем ҡатнашты. Бөгөн Саҡмағош 1-се урта мәктәбенең “Аҡыллы шәмбе” сиктәрендә “Рәми – беҙҙең йөрәктәрҙә!” девизы аҫтында шағир ижадына битараф булмаған уҡыусылар һәм уның шиғырын һөйөүселәр кисәһе үтте. Сарала 6-сы а класы уҡыусылары башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәмзилә Рауил ҡыҙы Исламғәлиева етәкселегендә Рәми иленә юл тотто. Ысынлап та, Рәми рухы менән һуғарылған бүлмәгә килеп инеү менән, уҡыусылар шағирҙы бөгөнгө тормошта хис итте. Рәми ағайҙың телебеҙҙе, еребеҙҙе, илебеҙҙе һаҡлауға, халҡыбыҙҙы яҡлауға арналған шиғырҙары уҡыусыларҙың күңелдәрен тетрәндерҙе. Эйе, шағир шул дәүерҙә үк киләсәгебеҙ хаҡында ҡайғыртҡан. Ул ваҡыттың бер генә минутын да бушҡа уҙғармаған, ә кеше күңеленә үтеп инерлек шиғырҙарын яҙған, “Көндәлектәр”ендә үҙенең уй-кисерештәре менән бүлешкән. Шағирҙың бай йөкмәткеле, фәһемле шиғырҙары кисәлә ҡатнашҡан уҡыусыларҙы үҙенә ылыҡтырҙы һәм уларҙы яҡты киләсәккә әйҙәне. Эйе, Рәми беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге йәшәйәсәк! Уның шиғырҙары һәр саҡ йәш быуынды телен, илен, халҡын һаҡларға саҡырасаҡ!

Автор:Сайтҡа Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.
Читайте нас: