Билдәле булыуынса, илебеҙҙә 15 февралҙә Интернационалсы яугирҙәрҙе иҫкә алыу көнө үтә. Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 33 йыл тулыуҙы билдәләү көнө алдынан Рәжәп ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре яҡташ яугирҙәренең йорттарына барып, уларҙы ошо истәлекле дата менән тәбрикләнеләр, улар алдында концерт номерҙары менән сығыш яһанылар. Әңгәмә барышында ил етәкселеге ҡушыуы буйынса тауҙар илендә барған хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан интернационалсылар ул саҡтағы истәлектәре менән уртаҡлашты, совет хәрбиҙәренең урындағы халыҡҡа күрһәткән ярҙамы тураһында һөйләнеләр. Эйе, һуғыш тураһында һөйләү һәр саҡта ла еңел түгел. Әммә Ер йөҙөндә йәшәүсе бер генә быуын вәкилдәренең дә был хаҡта оноторға хаҡы юҡ. Был хәтер тарихи документтарҙа, фильмдарҙа, таулы илдән килгән солдат хаттарынан шиғырҙарға, йырҙарға күсеп һәм, әлбиттә, кешеләр күңелендә йәшәйәсәк.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Рәжәп ауылы мәҙәниәт йорто сайты.