САРМАНАЙ
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ғинуар 2022, 11:15

“Спутник М” тураһында 100500 һорау

!!! Яуап бирәбеҙ? Нимә ул?Ул инде ваҡыт менән һыналған “Спутник V”тең лайт, йәки еңеләйтелгән, концентрацияһы биш тапҡырға әҙрәк булған варианты.

“Спутник М” тураһында 100500 һорау
“Спутник М” тураһында 100500 һорау

!!! Яуап бирәбеҙ
? Нимә ул?
Ул инде ваҡыт менән һыналған “Спутник V”тең лайт, йәки еңеләйтелгән, концентрацияһы биш тапҡырға әҙрәк булған варианты.

? Нимә өсөн?
Башҡортостан Сәләмәтлек һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ковид менән сирләгән һәр унынсы кеше – бала.

? Вакцинала нисә компонент?
“Спутник V”ке кеүек үк, ике.

? Ул һыналғанмы һуң?
Уны Мәскәү ҡалаһы клиникаларында ике мең йәш кеше ирекле рәүештә эшләткән. 10 волонтерҙың 9да антитәнсектәр барлыҡҡа килгән.

? Прививканан һуңғы хәләт?
Вакциналанғандан һуң күҙәтелгән иң етди тиҫкәре хәләт (побочка) – 37,4 градусҡа ҡәҙәр күтәрелгән тән температураһы. Һирәгрәк тымау һәм баш ауыртыу күҙәтелгән. Улар ҙа бер-ике көндән һуң үткән.

? Минең балама прививканы минең риҙалығымдан тыш яһай алалармы?
15 йәштән өлкәнрәк балалар вакцина эшләтеү-эшләтмәү мәсьәләсен үҙ аллы хәл итә ала, әммә үҙ иректәре менән риҙа булыуҙары тураһында яҙма рәүештә белдерергә тейеш була. Кескәйрәк йәштәгеләр өсөн ата-әсәләр ҡарар ҡабул итә.

? Вакциналанмаған осраҡта ни буласаҡ?
Властар вакцина эшләтмәгәндәргә ҡаршы бер ниндәй дә сикләүҙәр индерергә йыйынмай.

?Прививка эшләтеүгә ҡаршылыҡтар булһа? Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Балағыҙҙы ковидтан ҡурсаларға теләһәгеҙ, үҙегеҙҙең поликлиникағыҙға мөрәжәғәт итегеҙ. Вакциналаныу буйынса өҫтәмә үҙәктәр әлегә юҡ. Вакциналар бик аҙ.
Табибтарҙа сәләмәтлек торошо буйынса прививка эшләтмәүгә медицина күрһәтмәләре исемлеге бар, уның менән мотлаҡ танышырға кәрәк була.

Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас: