САРМАНАЙ
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ғинуар 2022, 11:00

Хәрби уйындарҙа сынығып

Саҡмағош районында үткән Ҡышҡы башҡорт олимпиадаһы көнө сиктәрендә Туҙлыҡыуыш урта мәктәбендә “Ажаған” (“Зарница”) хәрби-спорт уйындары ойошторолдо.

Хәрби уйындарҙа сынығып
Хәрби уйындарҙа сынығып

 Мауыҡтырғыс ярыштарҙа 8-9 синыф уҡыусылары ҡатнашты. Уларға уйындың алты этабында үҙ белемдәрен һәм оҫталыҡтарын күрһәтергә тура килде. Уйын бик тә ойошҡан төҫтә барҙы, уҡыусылар бөтә һынауҙарҙы лайыҡлы үтте. Һынау-биремдәрҙе үтәү барышында улар башланғыс хәрби әҙерлек һәм медицина буйынса белемдәрен һәм оҫталыҡтарын нығыттылар, теоретик материалды үҙләштерҙеләр. Бөтә ҡатнашыусылар төрлө ярыштарҙа еңеп, Маҡтау грамоталары менән бүләкләнделәр. Хәҙерге ваҡытта хәрби тәрбиә биреүгә айырыуса ҙур иғтибар бүленә, ә “Ажаған” уйыны уҡыусыларҙың иң яратҡан хәрби-патриотик уйынына әйләнде. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Туҙлыҡыуыш урта мәктәбенең инстаграм селтәрендәге сәхифәһе.

Автор:Сайтҡа Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.
Читайте нас: