САРМАНАЙ
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ғинуар 2022, 11:30

Иң мәргәндәр асыҡланды

5-се ғинуар көнөндә Саҡмағоштағы ДОСААФтың урындағы бүлегендә урынлашҡан атыу тирында электрон ҡоралдан атыу буйынса райондың Беренсе Яңы йыл турнирының өсөнсө ярыш көнө үтте.

Иң мәргәндәр асыҡланды
Иң мәргәндәр асыҡланды

 Был көндө турнирҙа ҡатнашыусы уҡыусыларҙы район мәғариф бүлеге начальнигы Мәнзүрә Йәүҙәт ҡыҙы Нәбиева ҡотланы һәм приздар менән Маҡтау грамоталарын тапшырҙы. 11-12 йәшлек үҫмер малайҙар араһында Рәжәп урта мәктәбенәнә Илназ Әминев – беренсе, Үрнәктән Эмиль Кирәев – икенсе, Ҡалмашбаш урта мәктәбенән Илшат Ғайсин өсөнсө урындарҙы яуланы. Ошо йәш категорияһында мәргәнлектә көс һынашҡан ҡыҙҙар араһында Рәжәп урта мәктәбенән Диана Сәлимоваға (беренсе урын), шул уҡ мәктәптән Алһыу Бәҙретдиноваға (икенсе), Ҡалмашбаш урта мәктәбенән Розалия Мамедоваға (өсөнсө) тиңләшеүсе булманы. 13-15 йәшлек үҫмер егеттәр араһында иң мәргәндәре булып Аблай урта мәктәбенән Илнар Мөхәмәтйәнов (беренсе), Рапаттан Данияр Нафиҡов (икенсе), шул уҡ мәктәптән Радмир Биктимиров (өсөнсө) танылды. Ошо уҡ йәш категорияһында ярышыусы ҡыҙҙар араһында Үрнәк урта мәктәбенән Сөмбөл Кинзина – беренсе, Ҡалмашбаш урта мәктәбенән Айгөл Әхмәҙуллина – икенсе. Алһыу Әхмәҙуллина өсөнсө урынды яуланы. Йәш спортсыларҙы һәм уларҙың тренерҙарын ошо шатлыҡлы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм уларға киләсәктә лә уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Саҡмағош балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең инстаграм селтәрендәге сәхифәһе.

Автор:
Читайте нас: