САРМАНАЙ
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ғинуар 2022, 20:28

Йәш шахматсылар ярышы

Йәш шахматсылар ярышы 5 ғинуарҙа Саҡмағош Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә район мәктәптәрендә белем алыусы беренсе синыф уҡыусылары араһында “Беренсе синыф уҡыусыһы Кубогы” (“Кубок первоклассника”) тип исемләнгән шахмат турниры ойошторолдо.

Йәш шахматсылар ярышы
Йәш шахматсылар ярышы

Йәш шахматсылар ярышы 5 ғинуарҙа Саҡмағош Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә район мәктәптәрендә белем алыусы беренсе синыф уҡыусылары араһында “Беренсе синыф уҡыусыһы Кубогы” (“Кубок первоклассника”) тип исемләнгән шахмат турниры ойошторолдо. Турнир һөҙөмтәләре буйнса урындар түбәндәгесә бүленде. Малайлар араһында Данил Шәйхуллин еңеүсе булып танылды. Икенсе урынды Рамин Шәфиҡов, өсөнсө урынды Алан Латипов яуланы. Шахматсы ҡыҙҙар араһында беренсе урынға Аишә Латипова, икенсе урынға Әдилә Ғәбитова сыҡты. Өсөнсө урынды Зарина Әхмәтйәнова менән Наҙгөл Хисаметдинова бүлеште. Йәш спортсыларыбыҙға артабан да уңыштар юлдаш булуын теләйбеҙ. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Саҡмағош балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең инстаграм селтәрендәге сәхифәһе.

Автор:Сайтҡа Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.
Читайте нас: