+28 °С
Облачно


Йыл һайын ғинуар каникулында Саҡмағош ерлегендә муниципаль район хакимиәте башлығы Р.Ф.Ямалеев Кубогына шайбалы хоккей буйынса ярыштар үтә. Ағымдағы йылдың 3-5 ғинуар көндәрендә “Саҡмағош-Арена” боҙ шуғалағында зона уйындары, 7-нсе ғинуарҙа иһә район ярыштарының финалы үтәсәк. Зона уйындары еңеүселәре финалға сыға. Тәүге зона уйындарында Имәнлеҡул урта мәктәбе командаһы еңеүсе булды. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Саҡмағош балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең инстаграм селтәрендәге сәхифәһе.