САРМАНАЙ
+13 °С
Облачно
Новости
3 Января 2022, 12:28

Ғаилә менән бергәләп – спот ярыштарына

Бөгөн Саҡмағош районының ауыл биләмәләрендә һәм район үҙәгендә Спорт ғаиләһе көнө үтә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ғаилә менән бергәләп – спот ярыштарынаҒаилә менән бергәләп – спот ярыштарына
Ғаилә менән бергәләп – спот ярыштарына

Бөгөн Саҡмағош районының ауыл биләмәләрендә һәм район үҙәгендә Спорт ғаиләһе көнө үтә. Был көн сиктәрендә үткәрелгән спорт сараларына балалар ҙа, өлкәндәр ҙә әүҙем ҡушыла. “Яңы йылдың ғаилә уйындары-2022” тип исемләнгән бындай уйындар Саҡмағош гимназияһында ла күңелле, ойошҡан төҫтә үтте. Иртә таңдан мәктәп ихатаһында дәртле көй-моңдар яңғырап торҙо. Бында иң сәмле, еңеүҙәргә ынтылған спорт һөйөүсе ғаиләләр йыйылды. Сарала дүрт ғаилә командаһы көс һынашты. Ярыш-бәйгеләр дауамында уларҙың һәр ҡайһы еңеү яулау өсөн бар көсөн, тырышлығын һалып, беренселекте яуларға ынтылды. Бөтә ярыштар һөҙөмтәләре буйынса Хәкимовтар командаһы иң күп очколар йыйып, еңеүсе исеменә лайыҡ булды. Хәмәдиевтар – икенсе, Ғарифуллиндар – өсөнсө призлы урынды яуладылар, Ғәлләмовтар дүртенсе булды. Беренсе урынды яулаған Хәкимовтар был ярыштарҙын район этабында мәктәп данын яҡлап сығыш яһай.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Саҡмағош гимназияһының инстаграм селтәрендәге сәхифәһе.

Автор:Сайтҡа Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.
Читайте нас