САРМАНАЙ
+1 °С
Облачно
Новости
15 Декабря 2021, 04:55

Өфөлә ҙур форум үтә

15 декабрҙән 18нә ҡәҙәр Өфөлә “Халыҡ-ара бизнес аҙнаһы-2021. Киләсәккә инвестициялар” форумы үтә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөлә ҙур форум үтәӨфөлә ҙур форум үтә
Өфөлә ҙур форум үтә

15 декабрҙән 18нә ҡәҙәр Өфөлә “Халыҡ-ара бизнес аҙнаһы-2021. Киләсәккә инвестициялар” форумы үтә.
“Халыҡ-ара бизнес аҙнаһы” – йыл һайын үткәрелә торған сара. Ул төбәк һәм федераль власть вәкилдәрен, төрлө илләрҙән килгән эксперттарҙы һәм эшҡыуарҙарҙы берләштерә һәм бизнес даирәһенә һанлы трансформация, технологик эволюция һәм халыҡ-ара кооперациягә бәйле күп һанлы һорауҙарға яуап табырға булыша. Быйылғы форумдың программаһы тематик көндәргә бүленә. Пленар ултырыштарға “Технология эволюцияһы осоронда кеше”, “Экспорттың донъя конкуренцияһы. Донъяны һәркем өсөн асып” һәм “Лидерҙар уҙышы. Дөйөм һөҙөмтәгә ирешеү маҡсатындағы көндәшлек” темалары тикшереүгә сығарыла.
Бынан тыш, форум сиктәрендә “ТЭФИ-Капитал” премияһы тапшырыу церемонияһы, «Soul of Eurasia» халыҡ-ара музыкаль конкурсы презентацияһы ла үтә. Быларҙан тыш, Башҡортостандың “Беренселәр ваҡыты” төбәк күләмендәге бизнес-премияһы тапшырыла, “Йыл экспортсыһы” һәм “Рәсәйҙең 100 иң яҡшы товары-2021” конкурсы еңеүселәре бүләкләнә, “Уфимский” индустриаль паркы тантаналы шарттарҙа асыла һәм төбәктең инвестициялар комитетының “Инвестициялар сәғәте” форматындағы юбилейлы ултырышы үткәрелә.
“Халыҡ-ара бизнес аҙнаһы”нда Ҡаҙағстан Республикаһы партнер-ил сифатында сығыш яһай. Форумда уның премьер-министры А.Мамин етәкселегендәге ҙур делегация ҡатнашыр тип көтөлә. Бынан тыш, Белорусия, шулай уҡ Тажикстан, Үзбәкстан һәм Төркиә делегациялары ла килер тип планлаштырыла. Сит илдәрҙән Тунис дәүләтенең Рәсәйҙәге тулы хоҡуҡлы һәм киң вәҡәләтле вәкиле, BRICS Халыҡ-ара форумы президенты һәм башҡа байтаҡ етәкселәр был сарала ҡатнашасаҡтарын раҫланы.
Форум сиратлаштырылған онлайн һәм офлайн форматтарында үтәсәк. Уның эшсәнлек программаһы ШОС һәм БРИКС саммиттарында ҡатнашыусы илдәрҙең дөйөм иҡтисадына, экспортҡа, инвестицияларға, медиа менән урта һәм кесе эшҡыуарлыҡҡа арнала. Уның барышын тура трансляцияла https://ibw-bashkortostan.com/ сайтында ҡарарға була.
Төбәк Хөкүмәте һәм Конгресс-бюро ойошторған был форум коронавирус инфекцияһын киҫәтеү буйынса Роспотребнадзор талаптарын ҡатғи үтәү шарттарында барасаҡ.
Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: “Башинформ” агенлығы порталы.

Автор:Сайтҡа Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.
Читайте нас