САРМАНАЙ
+9 °С
Облачно
Новости
3 Декабря 2021, 04:25

Башҡорт теле көнөнә әҙерлек сиктәрендә

Республикала 14 декабрҙә Башҡорт теле көнө билдәләнә. Төбәк Башлығы Р.Ф.Хәбировтың 2019 йылдың 29 октябрендәге УГ-386 һанлы “Башҡорт теле тураһында”ғы һәм ағымдағы йылдың 19 февралендә ҡул ҡуйылған УГ-70 һанлы “М.Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуҙы билдәләү тураһында”ғы Указҙары нигеҙендә министрлыктар һәм ведомстволар менән берлектә 2021 йылда Башҡорт теле көнөн үткәреү концепцияһы һәм планы эшләнде. Әлеге концепция нигеҙендә 7 декабрҙән 14 декабргә ҡәҙәр “Ете аҙым” марафоны сиктәрендә төрлө саралар үткәрелә. Ул башҡорт шағире һәм мәғрифәтсеһе М.Аҡмулланың “Нәсихәттәр”енә нигеҙләнеп ойошторола. Әлеге марафон сиктәрендә һәр көндө үткәрелгән саралар бөйөк мәғрифәтсе дан йырлаған кешелектең иң күркәм рухи-әхләҡи сифаттарына арналған йөкмәткеле итеп планлаштырыла.Бынан тыш, төбәктең бөтә муниципаль берәмектәрендәге һәм ҡала округтарындағы ойошма-учреждениеларҙа йәмәғәт-мәҙәни һәм мәғлүмәти-ағартыу саралары әҙерләнеп үткәрелә.Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.#башҡорттелекөнө2021марафон,#Деньбашкирскогоязыка.Фото: https://vk.com/club148405242 сайтынан алынды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡорт теле көнөнә әҙерлек сиктәрендәБашҡорт теле көнөнә әҙерлек сиктәрендә
Башҡорт теле көнөнә әҙерлек сиктәрендә

Республикала 14 декабрҙә Башҡорт теле көнө билдәләнә. Төбәк Башлығы Р.Ф.Хәбировтың 2019 йылдың 29 октябрендәге УГ-386 һанлы “Башҡорт теле тураһында”ғы һәм ағымдағы йылдың 19 февралендә ҡул ҡуйылған УГ-70 һанлы “М.Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуҙы билдәләү тураһында”ғы Указҙары нигеҙендә министрлыктар һәм ведомстволар менән берлектә 2021 йылда Башҡорт теле көнөн үткәреү концепцияһы һәм планы эшләнде. Әлеге концепция нигеҙендә 7 декабрҙән 14 декабргә ҡәҙәр “Ете аҙым” марафоны сиктәрендә төрлө саралар үткәрелә. Ул башҡорт шағире һәм мәғрифәтсеһе М.Аҡмулланың “Нәсихәттәр”енә нигеҙләнеп ойошторола. Әлеге марафон сиктәрендә һәр көндө үткәрелгән саралар бөйөк мәғрифәтсе дан йырлаған кешелектең иң күркәм рухи-әхләҡи сифаттарына арналған йөкмәткеле итеп планлаштырыла.
Бынан тыш, төбәктең бөтә муниципаль берәмектәрендәге һәм ҡала округтарындағы ойошма-учреждениеларҙа йәмәғәт-мәҙәни һәм мәғлүмәти-ағартыу саралары әҙерләнеп үткәрелә.
Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.
#башҡорттелекөнө2021марафон,
#Деньбашкирскогоязыка.
Фото: https://vk.com/club148405242 сайтынан алынды.

Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас