Бөтә яңылыҡтар
Победа. Новости
5 Март 2020, 11:31

Һуғыштың ауыр һынауҙарын үтә

Илештәр дәһшәтле ҡан ҡойоштоң ауыр һынауҙарын үтеп, Бөйөк Еңеүгә фиҙаҡәр өлөштәрен индерҙе. Шуларҙың береһе – Үрге Йәркәйҙә йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хәнәфи Шаһабетдинов.

Ул 1925 йылда Йонно ауылында тыуып-үҫә һәм ошондағы мәктәптә 7 йыллыҡ белем ала. Киләсәккә ҙур өмөттәр бағлап, уҡыуын дауам итергә йөрөгән егеттең хыялдарын һуғыш селпәрәмә килтерә. 1943 йылдың 7 февралендә Хәнәфиҙе Совет Армияһына саҡыралар һәм унда хәрби әҙерлек үтеп, 1943 йылдың сентябрендә фронтка оҙаталар. Ҡурҡыу белмәҫ яугир Украина хуторҙарын һәм калаларын немец һалдаттарынан азат итеүҙә ҡатнаша. Һуңғыһында ҡаты яраланып, госпиталгә оҙатыла. Ете ай дауамында унда дауаланғас, райондашыбыҙ кире фронтка юллана.

Тыныс тормошта агроном, лайыҡлы ялға сыҡҡансы район дәүләт иминиәте (страхованиеһы) инспекцияһы етәксеһе булып эшләй. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары һәм хеҙмәттә ирешкән уңыштары өсөн бөгөн Х.Шаһабетдиновтың күкрәген күп һанлы орден-миҙалдар биҙәй. Ошо көндәрҙә Хәнәфи Шәмсетдин улына муниципаль район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы» миҙалын тапшырҙы.

Читайте нас в