САРМАНАЙ
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Эшҡыуарлыҡ сәғәте үтте

Муниципаль Саҡмағош районы хәкимиәте башлығы Р.Ф.Ямалеев сираттағы Эшҡыуарлыҡ сәғәтен үткәрҙе.

Кесаҙна көндө муниципаль Саҡмағош районы хәкимиәте башлығы Р.Ф.Ямалеев сираттағы Эшҡыуарлыҡ сәғәтен үткәрҙе. Уның барышында Үрге Аташ ауылында магазин асыу тәҡдиме менән килгән эшҡыуарҙарҙың магазин бинаһын төҙөү проекты ҡаралды. Шәхси эшҡыуарҙар район етәкселәренә был төҙөлөш өсөн ер майҙаны бүлеүҙә ярҙам итеүҙәрен үтенде. Әлеге тәҡдим яуаплы структуралар вәкилдәре менән берлектә ҡаралды.
Уның тикшергәндән һуң эшҡыуарҙарға Имәнлеҡул ауыл биләмәһенә ҡараған Үрге Аташ ауылында граждандар сходы үткәреп, йүнселдәр үҙҙәре һайлаған майҙанда магазин төҙөү тураһында ауыл халҡының фекерен белергә тәҡдим ителде. Бынан тыш, был проект менән килеүселәргә төҙөлөш өсөн башҡа ер участоктары варианттары ла бар, тип билдәләнде. Проект йәнә ентекле ҡаралғандан һуң уны тәҡдим итеүсе эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтеләсәк.
Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: муниципаль район хәкимиәте сайты.
Читайте нас: