САРМАНАЙ
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Сертификаттар тапшырылды

Башҡортостанда 212 ғәилә 371 млн. һумлыҡ торлаҡ сертификаттарына эйә булды. Сертификаттар “Ауыл территорияларының комплекслы үҫеше”республика программаһы сиктәрендә муниципалитеттарҙа тапшырылды.

Башҡортостанда 212 ғәилә 371 млн. һумлыҡ торлаҡ сертификаттарына эйә булды. Сертификаттар “Ауыл территорияларының комплекслы үҫеше”республика программаһы сиктәрендә муниципалитеттарҙа тапшырылды.
Беҙҙең районда бындай сертификаттар үткән аҙнала дүрт ғәилә ағҙаларына бирелде. Был документ нигеҙендә улар район ерлегендә торлаҡ һатып ала йәки төҙөй алалар. Был программа граждандарға торлаҡ шарттарын яҡшыртырға ярҙам итеүгә юнәлтелә. Аны тормышҡа ашырыу районды ауыл хужалығы, сәләмәтлек һаҡлау, мәғәриф, мәҙәниәт, физкультура һәм спорт өлкәһендә хеҙмәт һалыусы белгестләр һәм юғары категориялы хеҙмәткәрҙәр менән тәэмин итәргә ярҙамлашып ҡына ҡалмай, ул ауыл ерлегендә тормош итеүгә уңай ҡараш та тәрбиәләй.
Ил буйынса иғлан ителгән үҙизоляция режимына бәйле, торлаҡ сертификаттары һәр ғәиләгә айырым тапшырылды.
Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: муниципаль район хәкимиәте сайты.
Читайте нас: