САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы райондың социаль-иҡтисади үҫешенә юғары баһа бирҙе

ИЛЕШ РАЙОНЫ

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Илеш районында эш сәфәрендә булып, агросәнәгать


комплексын, социаль һәм инфраструктура объекттарын ҡараны, муниципалитет етәкселеге менән территорияны үҫтереү перспективалары менән танышты.
Иҫке Күктау ауылында ул “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” программаһы рамкаларында төҙөлгән ауыл мәҙәниәт йортонда булды. Проект республика бюджетынан финансланды, уның дөйөм
бәйәһе 28 миллион һум тәшкил итте.
Республика Башлығы т а м а ш а с ы л а р з а л ы н ҡараны, башҡарылған эштәрҙең сифатын баһала-
ны, китапханала булып, китаптар фондын тулыландырыу һәм интернетта электрон мәғлүмәт ресурстарына инеү мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһынды.
Артабан Рөстәм Хәмитов ашлыҡ һәм һөт-ит етештереү йүнәлешендә эшләүсе “Урожай” ширкәте менән танышты. Сәсеүлек майҙандары 9 мең гектар тәшкил итә. 2 245 баш мөгөҙлө эре терлек аҫрала. Кооператив етәксеһе А й ҙ а р М ө х ә р л ә м о в һүҙҙәренә ҡарағанда, хужалыҡ 2012 йылда “500 ферма” программаһында ҡатнашып, 50 миллион һ у м с у б с и д и я а лған. Әлеге аҡсалар малсылыҡ объекттарын модернизациялау һәм төҙөүгә, тейешле техника һәм т о ҡ о м л о м а л һ а т ы п алыуға тотонолған. Бынан тыш, бында ҡатнашаҙыҡ етештереү буйынса цех, 2006 йылдан башлап ауыл хужалығы техникаһын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнеүсе «Илеш РТП» предприятиеһы урынлашҡан. Бер нисә йыл элек предприятие агросәнәгать комплексында файҙаланылыусы металл-каркас ҡоролмаларын етештереүҙе үҙләштергән. Төбәк етәксеһе был алымды юғары баһаланы һәм бындай конструкцияларҙы спорт майҙансыҡтарын төҙөүҙә файҙаланырға тәҡдим итте. Машина-трактор масте р с ко й ы н д а Рө ст ә м Хәмитов механи-заторҙар һәм тракторсылар менән яҙғы ҡыр эштәренә әҙерлек барышын тикшерҙе.
Р а й о н ү ҙ ә ге н д ә у л Үрге Йәркәй үҙәк район д а у а х а н а һ ы ҡ а р ш ыһындағы яңы поликлиника
төҙөлөшө барышы менән танышты. Ул Башҡортостан Республикаһының социаль маҡсатлы програм-
малар фонды аша «Башнефть» йәмғиәтенең хәйриә средстволары иҫәбенә төҙөлә.

Башинформ.


(Дәвамы безнең гәзит битләрендә)
Читайте нас: