САРМАНАЙ
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Йәшлек хистәрен һаҡлап

Кушнаренко районы


Ҡаҙарма ауылында йәшәүсе Сәлиә һәм Фәнзир Хаматшиндар оло байрам – алтын туйҙарын билдәләнеләр.Был иҫ киткес матур ғаиләлә булып, эскерһеҙ, тыйнаҡ кешеләр менән һөйләшеп ултырыу – үҙе бер ғүмер. Уларҙың бер-береһенә йылы мөнәсәбәттәре, бербереһен нисек хөрмәтләүҙәре яғымлы күҙ ҡараштарынан һүҙһеҙ ҙә аңлашылып тора. Башҡа үҙенән-үҙе бер генә уй килә: бына кемдәрҙең ҡартлыҡтары бәхетле, шатлыҡлы, матур һәм тыныс!

Уларҙың иң ҙур байлыҡтары – тырыш хеҙмәттәре менән ауылдаштары араһында яуланған хөрмәт һәм абруй, ауыҙ тултырып, ғорурланып һөйләрлек балалары.

Хаматшиндар йәшлек хистәрен һаҡлап, бер-берһенә тоғро ҡалып, ярты быуат татыулыҡта, муллыҡта ғүмер кисерәләр. Ғаилә башлығы Фәнзир Хамматхан улы ғүмерен механизатор һөнәренә бағышлай. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте юғары баһалана: 1964 йылда мотоцикл, 1974 йылда «Москвич» автомобиле менән бүләкләйҙәр. Ул «Башҡортостандың атҡаҙанған механизаторы» исеменә, бихисап Маҡтау грамоталарына лайыҡ була. Сәлиә апай колхозда төрлө эштәргә йөрөй. Уңған хужабикә, аш-һыуға бик оҫта.

Хаматшиндарҙың йорто йыраҡтан уҡ иғтибарҙы йәлеп итә. Ихаталарына килеп инеү менән бында тырыш, уңған кешеләр йәшәүен аңлайһың. Улар баҡса тулы еләк- емеш, йәшелсә, сәскәләр үҫтерәләр, ҡош-ҡорт, мал-тыуар тоталар.Сәлиә апай һәм Фәнзир ағайҙың ғаиләһендә, нәҫел ағасын дауам итеп биш бала үҫә. Өлкән Хаматшиндар хәҙер инде ейәндәренә яратҡан ҡартәсәй һәм ҡартатай. Был ҡунаҡсыл өйҙән туғандар өҙөлмәй. Уларҙы һый тулы өҫтәл, асыҡ йөҙлө хужалар шатланып ҡаршылайҙар. Тантана сәбәпселәрен алтын туйҙары менән ҡотларға туғандары, бала лары йыйылды. Байрамға нур булһын тип, Хамат-шиндарҙың шәжәрә ағасын төҙөнөк. Ул барыһында ла ҙур кыҙыҡһыныу уятты.

Хаматшиндар – сәнғәткә ғашиҡ кешеләр. Йәш саҡтарында район смотрҙарында ҡатнаштылар, мә-

ҙәниәт йортонда үткәрелгән концерттарҙа сығыш яһанылар. Алтын туйҙарында ла үҙҙәренең яратҡан йырҙарын башҡарып, туғандарын шатландырҙылар.

Иҫке Туҡмаҡлы ауылы хаки-миәтенең эштәр башҡарыусыһы Лия Сәхибгәрәева юбилярҙарҙы тәбрикләп, Республика Башлығының һәм ауыл хакимиәтенең бүләген тапшырҙы.

Хужалар мул байрам табыны әҙерләгәйне. Йәнле һәм ҡыҙыҡлы әңгәмә өҫтәл артында дауам итте.

Зәлиә Ишморатова менән Венера Саяпова кисәне матур алып барҙы. Илдус Ғәниев байрамды музыкаль яҡтан биҙәне.

Хамматшиндарға тағын да күп йылдар ғүмер кисереп, гәүһәр туйҙарын да ҡаршылауҙарын теләйбеҙ.

Читайте нас: