САРМАНАЙ
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Туҡһан йәшендә лә актив ул

ИЛЕШ РАЙОНЫ


Өлкән йәштәге ветерандарҙы өйҙәренә барып тәбрик итеү матур традицияға әүерелде


Күптән түгел Иҫәнбай ауылында ғүмер кисереүсе хеҙмәт ветераны Шәйехйән Әхмәтғәлиев үҙенең оло юбилейын —90 йәшен билдәләне.

Ул – һуғыш осоро балаһы. Шәйехйән ағай кескәй сағынан уҡ тиҫтерҙәре менән берлектә өлкәндәр янында ауыр эш башҡара. 1944 йылда Дүртөйлө районы Әңгәсәк ауылында поезд юлы өсөн шпалдар әҙерләйҙәр. 1946 йылда армия сафтарына алына һәм биш йыл ярым унда хеҙмәт итеп, тыуған яҡтарына ҡайтып төпләнә. Бер йыл киномеханик булып эшләгәндән һуң уны идара етәкселеге «Октябрь» колхозына бригадир итеп ҡуя. 18 йыл әлеге һөнәрҙе башҡарып, гел маҡтаулылар сафында була. Ике тапҡыр Мәскәү ҡалаһына Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә бара, уның алтын, көмөш, бронза — ғөмүмән, 8 дана миҙал, Ҡырымдағы ял йортона путевка менән бүләкләнә. Артабан ул «Октябрь» колхозының һөтсөлөк, сусҡасылыҡ фермаларында мөҙир булып эшләй һәм һәр саҡ алдынғылар иҫәбендә була. 1980 йылдан «Октябрь», «Сөн» колхоздарында газ хеҙмәткәре була. Ул осорҙа газ баллонын Өфө, Туймазы ҡалаларынан барып алырға кәрәк. Бында ла һынатмай Шәйехйән Шәриф улы, 11500 кешене өҙлөкһөҙ газ менән тәьмин итә. Әйтергә кәрәк, 2001 йылда аварияһыҙ һәм өҙлөкһөҙ эшләгәне өсөн Баш-ҡортостан буйынса беренсе урынға сыға. Иң мөһиме — лайыҡлы ялға сыҡһа ла, ул 77 йәшен тултырғас ҡына эштән туҡтай. Уның дөйөм хезмәт стажы — 64 йыл. Өҫтәүенә йәмәғәт эштәрендә лә актив ҡатнаша. Ш.Әхмәтғәлиев 30 йылдан артыҡ Иҫәнбай ауыл Советы ауыл янындағы ветерандар советын етәкләй. БР Президентының, муниципаль район хакимиәтенең Почет грамоталары белән бүләкләнә.

Үрмәт ауылы ҡыҙы Зәйтүнә менән ғаилә ҡороп, 64 йыл бергә татыу йәшәп, ике ҡыҙ – Райхана менән Руфинаны тәрбиәләп үҫтерәләр. Улар ейән-ейәнсәрҙәренә лә шатланып бөтә алмайҙар.

Иҫтәлекле ғүмер байрамында хеҙмәт ветеранын район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Хәерт-динов ҡотлап, РФ Президенты Владимир Путиндың ҡотлау телеграммаһын уҡып ишет-терҙе. Артабан район ветерандар советы рәйесе Ана-толий Романов, Иҫәнбай ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Фәғитйән Зарипов изге теләктәрен юллап, бүләктәрен тапшырҙы.

Читайте нас: