САРМАНАЙ
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Барыбыҙ өсөн дә ҡәҙерле көн ул

11 октябрь – республикабыҙ яҙмышында айырыуса тәрән эҙ ҡалдырған көн. Был көндө тоташ Башҡортостан халҡы республика суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеүҙе билдәләй. 10 октябрҙә Өфөләге Спорт һарайы алдында Республика көнөнә арналған ҙур митинг-концерт булды. Унда Саҡмағош районы делегацияһы ла ҡатнашты.Сарала сәләмләү һүҙе менән Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Зәки улы Хәмитов сығыш яһап: “Республика көнө – беҙҙе, Башҡортостанда йәшәүсе бөтәбеҙҙе лә берләштерә. Беҙ үткәндәрҙе иҫкә алабыҙ. Беҙ бөгөнгө көн менән йәшәйбеҙ. Ә иң мөһиме – беҙ киләсәкте төҙөйбөҙ. Алда беҙҙе бик күп эштәр көтә. Беҙ төҙөйәсәкбеҙ, яңа дауаханалар, мәктәптәр асасаҡбыҙ. Ябай кешенең тормошо яҡшы булһын өсөн беҙ барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Хеҙмәт хаҡын арттырыу, яңы эш урындары булдырыу өстөндә эшләйәсәкбеҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә, республикала тормош яҡшырһын өсөн бөтәһен дә эшләясәкбеҙ”, – тине. Шулай уҡ йыйылыусылар алдында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе К.Б.Толкачев, республика гимны музыкаһы авторы Ф.Ф.Иҙрисов, “Ағиҙел” башкорт халыҡ кәҫептәре пред-приятиеһының генераль директоры З.С.Исмәғилева, “Салауат Юлаев” хоккей клубының физик әҙерлек буйынса тренеры А.Н.Селиверстов, студент-тарҙың “Олимп” спорт клубы етәксеһе А.А.Һибәтов сығыш яһаны. Сараны башҡорт һәм рус эстрадаһы йондоҙҙарының сығыштары йәмләне.

Читайте нас: