Һәр тыуған таң менән ваҡыт дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы йылдарын беҙҙән нығыраҡ алыҫлаштыра. Әммә ул был ҡот осҡос алыштың бер генә көнөн, бер генә һалдаттың исемен дә халыҡ хәтеренән юғалта алмай.
Шуға ла Ватан аҙатлығын һаҡлап ҡала алған яугирҙәрҙең исемдәрен мәңгеләштереү – һәр кешенең йөрәгендә ҡайтауаҙ булып яңғырай һәм атай-олатайҙарыбыҙҙың данлы хәрби һәм хеҙмәт юлдары менән нығыраҡ ҡыҙыҡһыныуға ылыҡтыра.
Июлдең тәүге аҙнаһында районыбыҙҙың Иҫке Бәшир ауыл Советына ҡараған Яңы Йомран ауылында хәтерҙәрҙә ҡалырлыҡ ҙур ваҡиға – ошо ауылдан яуға сығып китеп, фронтта ҡатнашҡан ауылдаштарҙың исемдәре ташҡа уйылған стела асылды. Билдәләнгән сәғәткә күкрәктәренә георгий таҫмаһы таҡҡан, ҡул-дарына сәскәләр һәм фронтовиктарҙың фотоһүрәт-тәрен тотҡан бында йәшәүсе ауылдаштар һәм ҡайтҡан ҡунаҡтар үҙәк урамға йыйыл-ды. Был миҙгелдәрҙә яҡташ ҡаһармандарҙың батырлығын иҫкә алырға һәм Бөйөк Ватан һуғышы вете-рандарына бөгөнгө тыныс күк йөҙө өсөн рәхмәт һәм хөрмәт белдерергә килгән балалар һәм үҫмерҙәрҙең да күплеген кү-реп, митингта ҡатнашыу-сы һәр кешенең күңелендә ғорурлыҡ һәм шатлыҡ хистәре уянғандыр, моғайын. Тантанала ҡатнашыусылар ҡаһарман-дар хәтерен бер минут тын ҡалып хөрмәтләне. Был иҫтәлекле көндә Ватанға аҙатлыҡ бүләк итеүсе батырҙар хөрмәтенә бик күп йылы һүҙҙәр әйтелде, күңел түрҙәрендә һаҡланған хәтирә-иҫтәлектәр яңыр-ҙы. Ауылдың имам-хатибы батыр яҡташтар рухына арнап доға ҡылды. Тан-танала батырҙар хөрмәтенә салют булып автомат залпы яңғыраны.
Әлеге күптәргә үрнәк булырлык изгелекле эште “Быуындар хәтере” тип исемләнгән проект сик-тәрендә бойомға ашырыуҙа башлап йөрөгән һәм ойошторған Айрат Нәжип улы Мәһәҙиев та Яңы Йомран ауылында тыуып үҫкән. Тантаналы сарала чығыш яһап, ул ошо күләмле һәм үтә лә мөһим эште башҡарыу ауылдаштар ярҙамы менән мөм-кин булды, тип билдәне. Ауыл биләмәһе хакимияты башлығы Рәмзиә Йәүҙәт ҡыҙы Вәлиева стеланы булдырыуға үҙ өлөштәрен индергән һәм ҡулынан кил-гән ҡәҙәр ярҙам иткән яҡташтарға рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, Рәхмәт хаттарын тап-шырҙы. Тантанала сығыш яһаусыларҙың һәр ҡайһыһы хәтер стелаһына илткән һуҡ-маҡтың һәр ваҡыт таҡыр бу-луына һәм мәңгелек хәтерҙең һынланышы булған сәскәләрҙең һәм веноктарҙың гел һәйкәлде йәмләп тороуына ышанысы көслө булуын белдерҙе.