Бөтә яңылыҡтар

Улар бөгөн беҙҙең арала

Бөйөк Ватан һуғышының яу яландарында Саҡмағош районынан фронтҡа алынған һәм үҙ теләге менән дошманға ҡаршы алышҡа киткән ун меңдән артыҡ райондашыбыҙ ҡорал тотоп ил аҙатлығын һаҡлап ҡалды, үҙ-үҙҙәрен аямай көрәшеп, исемдәрен данға күмде. Яҡташтарыбыҙҙың яртыһынан күберәгенә туған яҡтарына әйләнеп ҡайтыу насип булманы.
Башҡортостандың 280 Советтар Союзы Геройы араһында беҙҙең Саҡмағош районында тыуып үҫкән ҡаһармандар – Иҫке Бәшир ауылынан Ғабдрахман Латипов, Иҫке Балаҡтан Вахит Ғәлимов, Яңы Семенкино ауылынан Василий Николаев, Дан Ордендарының 37 тулы кавалеры араһында районыбыҙҙың Иҫке Босҡаҡ ауылынан Шәйхелислам Сәлиховтың да булуы – беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ ул.
Һуғыш яландарынан иҫән-имен ҡайтып, һуғыштан һуңғы йылдарҙа илде емеректәрҙән күтәреүҙә лә каһарманлыҡ өлгөләре күрһәткән һәм бөгөн инде ҙур хөрмәт эйәһе булған 13 ветеран Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейын беҙҙең сафтарҙа ҡаршы ала. Улар – Өлфәт Ғәйнелғилем улы Арыҫланов, Ғилемхан Садиҡ улы Арыҫланов, Нәжип Назифулла улы Әжмәтов, Рифғәт Фаяз улы Баянов, Мөшәриф Зариф улы Бигнов, Мефодий Федорович Герасимов, Фәрит Хажғәле улы Дәүләтшин, Мират Хәнәфи улы Лоҡманов, Йәүҙәт Муллаәхмәт улы Миңнегәрәйев, Николай Афанасьевич Осипов, Әнүәр Фәтхулла улы Хәбибуллин, Нәжип Хәмәдияр улы Хисмәтуллин, Акрам Мөбәрәкшә улы Шәфиҡов.
Уларҙың һәр ҡайһыһы данлауға, оло хөрмәткә лайыҡ. Байрам менән һеҙҙе, хөрмәтле ил ағайҙары. Бөйөк Еңеү өсөн, бөгөнгө имен тормошобоҙ өсөн рәхмәт һеҙгә!
Читайте нас в