Бөтә яңылыҡтар

Тормоштан йәм табып

Иҫке Ҡормаш ауылында йәшәүсе Шәрғиә һәм Муллаян Ғиләжетдиновтар ғаиләһендә бынан туҡһан йыл элек көтөп алынған малай тыуа. Уға Әсләм тип исем ҡушалар. Ул хәрәкәтсән, шуҡ бала булып үҫә. Ете йыллыҡ мәктәп тамамлай.

Иҫке Ҡормаш ауылында йәшәүсе Шәрғиә һәм Муллаян Ғиләжетдиновтар ғаиләһендә бынан туҡһан йыл элек көтөп алынған малай тыуа. Уға Әсләм тип исем ҡушалар. Ул хәрәкәтсән, шуҡ бала булып үҫә. Ете йыллыҡ мәктәп тамамлай.

Оҙон ғүмерле яҡташыбыҙ ҡатмарлы, әммә бәхетле тормош кисергән. Йәштәштәре кеүек үк, уҡыуҙан һућ ата-әсәһенә хужалык эштәрендә ярҙам итә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда ун бер йәшлек үҫмер, баҫыуға эшкә сыға. Ул колхозда сәсеү, урып-йыйыу, бесән сабыуҙа ҡатнаша. Уныћ ғаиләһе һуғыш һәм һуғыштан һућғы йылдарҙа аслыҡ-яланғаслыҡты үҙендә татый.

1954 йылда Әсләм ата нигеҙенә килен алып ҡайта. Тормош иптәше Иҫке Ғүмәр ҡыҙы Фәниә менән биш балаға ғүмер бирәләр. Улдары Әнәс, Рәсих һәм Фларит, аталары кеүек үк, ғүмерҙәре буйына колхозда хеҙмәт итә. Бөгөн хаҡлы ялдағы ҡыҙҙары Гөлсинә райпо системаһында, кече ҡыҙҙары Лилә район үҙәк больницаһында эшләй.

Әсләм бабай менән Фәниә әбей быйыл йәй бергә тормош көтөүҙәренен 65 йыллығын билдәләйәсәк. Тимер туйҙарын улар балалары, ун ейәне һәм ун алты ейәнсәре менән ҡаршыларға йыйына.

–Никахыбыҙҙы балабыҙ тыуғас ҡына рәсмиләштерҙек. Ысынында иһә, ғаилә юбилеебыҙ үткән йыл ине, – тиҙәр Ғиләжетдиновтар.

Ғаилә ауылдаштары араһында абруй ҡаҙанған. Фәниә ханым һәр ваҡытта ла иренећ ышаныслы терәге һәм ярҙамсыһы була. Ғиләжетдиновтар ғүмере буйына татыу, аћлашып йәшәй. Хужалыҡтарында һыйыр, һарыҡ, ҡош-ҡорт тота. Эштећ күп өлөшө хужабикәгә йөкләнелһә лә, Әсләмден дә өлөшө юҡ түгел. Бер-берһенећ һүҙҙәренә ҡолаҡ һалып эш иткән ир менән ҡатын тормоштоћ барлыҡ ауырлыҡтарын ећеп сығып, уртаҡ хистәрҙе һаҡлағандар.

Фәниә әбейгә бөгөн – 87, Әсләм бабайға 90 йәш. Улар кесе ҡыҙҙарыныћ яћы йортонда йәшәйҙәр. Башҡа балаларынан да хәстәрлек күрәләр.

Оло йәшкә еткән Ғиләжетдиновтар әле лә тормоштан йәм-тәм табып донъя көтә. Алға табан да тормош ғәме һүрелмәүен теләйбеҙ һеҙгә, оҙон ғүмерле яҡташтарыбыҙ

Читайте нас в