САРМАНАЙ
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡырым һәм Рәсәй – бергә ғүмергә

Һигеҙ йыл элек тап ошо көндә – 2014 йылдың 16 мартында Ҡырым һәм Севастополь ҡалаларының статусы тураһындағы референдум үтте.

Ҡырым һәм Рәсәй – бергә ғүмергә
Ҡырым һәм Рәсәй – бергә ғүмергә

Унда үҙ фекерен белдерергә килгән һайлаусыларҙың күпселеге ярымутрауҙың Рәсәй Федерацияһы составына ҡайтыуын хупланы.
Референдум һөҙөмтәләре буйынса 17 мартта Ҡырым етәкселеге Украинанан бәйһеҙлек тураһында ҡарар ҡабул итте, ә икенсе көннө тантаналы ваҡиға булды – Ҡырым Республикаһы һәм Севастополь ҡалаһының Рәсәй Федерацияһы составына инеү тураһындағы Килешеүгә ҡул ҡуйылды. Рәсәй парламенты документты хуплағанан һуң 21 мартта ил Президенты Владимир Владимирович Путин Килешеүҙе ратификациялау тураһындаһы законға ҡул ҡуйҙы.
Быйыл ярымутрау һәм ил халҡы һигеҙенсе тапҡыр Ҡырым яҙын ҡаршылай. Ошо уңайҙан Саҡмағош районының Йомаш ауылындағы моделле китапаханала “Ҡырым һәм Рәсәй – уртаҡ яҙмыш” тип исемләнгән әҙәби-тарихи экскурс үтте. Ул бай йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы итеп ойошторолдо. Унда ҡатнашҡан китап уҡыусылар ил тарихындағы ош мөһим ваҡиға тураһында бик күп мәғлүмәт үҙләштерҙе, мәсәлән, “Ҡырым” атамаһының килеп сығышы, ярымутрау тарихы, уның бай тәбиғәте һәм иҫтәлекле урындары, Севастополь ҡалаһы, Ҡара диңгеҙ флоты, 2014 йылдың 18 марты ваҡиғаларының тарихи ҡиммәте тураһында һәр кемдең иғтибарын йәлеп итерлек мауыҡтырғыс әңгәмә ҡоролдо. Китапханасы Альбина Сайдякованың ярымутрауҙың бөгөнгө тормошо тураһында һөйләүен барыһы ла ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Йомаш ауылы моделле китапханаһының “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһе.

Автор:Сайтҡа Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.
Читайте нас: