САРМАНАЙ
+12 °С
Ясно
Общие статьи
21 Июля 2022, 05:29

Ауылдаштар өсөн оло байрам булды

Шәмбе көннө Саҡмағош районының Имәнлеҡул ауылында ошо төбәк тарихында тәүге тапҡыр яҡты, күңелдәрҙә матур иҫтәлек булып йылдар дауамында һаҡланырлыҡ яҡты ваҡиға – “Бер күрешәйек әле, ауылдаштар!” байрамы үтте. Яҡташтарҙы осраштырған, күрештергән был истәлекле сараны ошо ерлектә тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә уңышлы эшсәнлек алып барыусы шәхси эшҡыуар, “М-Газ” йәмғиәтенең генераль директоры Марат Миҙхәт улы Исаев ойоштороп, ауылдаштарына ысын мәғнәһендә ҙур байрам бүләк итте. Осрашыу республикала ғәмәлгә ашырылған “Атайсал. Кесе Ватан” программаһы сиктәрендә үткәрелде. Сара дауамында таланттар төбәге булган, мәҙәниәт-сәнғәт өлкәһендә ҡаҙаныштар яулаған, ҙур сәхнәләрҙән районыбыҙ, туған ауылдары данын янғыратҡан улдары-ҡыҙҙары менән лайыҡлы ғорурланған Имәнлеҡулҙа бында туып-үҫеп, оло сәнғәт донъяһына юл ярған сәхнә оҫталары – Илһам Вәлиев, Фәүҙәт Ғиләжев, Айгөл Ғабдуллина, Айнур Баянов, Илдус Вәлиевтың сығыштарын карап-тыңлап кинәнде райондаштар. Байрамға йыйылыусылар популяр йырсы Әнүәр Нурғәлиевтың концертын да көтеп алды. Яҡташтар осрашыуы бик күңелле үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ауылдаштар өсөн оло байрам булдыАуылдаштар өсөн оло байрам булды
Ауылдаштар өсөн оло байрам булды

Ауылдаштар өсөн оло байрам булды Шәмбе көннө Саҡмағош районының Имәнлеҡул ауылында ошо төбәк тарихында тәүге тапҡыр яҡты, күңелдәрҙә матур иҫтәлек булып йылдар дауамында һаҡланырлыҡ яҡты ваҡиға – “Бер күрешәйек әле, ауылдаштар!” байрамы үтте. Яҡташтарҙы осраштырған, күрештергән был истәлекле сараны ошо ерлектә тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә уңышлы эшсәнлек алып барыусы шәхси эшҡыуар, “М-Газ” йәмғиәтенең генераль директоры Марат Миҙхәт улы Исаев ойоштороп, ауылдаштарына ысын мәғнәһендә ҙур байрам бүләк итте. Осрашыу республикала ғәмәлгә ашырылған “Атайсал. Кесе Ватан” программаһы сиктәрендә үткәрелде. Сара дауамында таланттар төбәге булган, мәҙәниәт-сәнғәт өлкәһендә ҡаҙаныштар яулаған, ҙур сәхнәләрҙән районыбыҙ, туған ауылдары данын янғыратҡан улдары-ҡыҙҙары менән лайыҡлы ғорурланған Имәнлеҡулҙа бында туып-үҫеп, оло сәнғәт донъяһына юл ярған сәхнә оҫталары – Илһам Вәлиев, Фәүҙәт Ғиләжев, Айгөл Ғабдуллина, Айнур Баянов, Илдус Вәлиевтың сығыштарын карап-тыңлап кинәнде райондаштар. Байрамға йыйылыусылар популяр йырсы Әнүәр Нурғәлиевтың концертын да көтеп алды. Яҡташтар осрашыуы бик күңелле үтте. 

Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас