САРМАНАЙ
-4 °С
Облачно
Общие статьи
12 Июля 2022, 09:00

Дан йырланды геройға

Социаль газификациялау программаһы – дәүләттең ғаилә бюджетына һаллы ярҙамы, асыҡ һиҙелерлек хәстәрлеге Рәсәй Президенты Владимир Путиндың күрһәтмәһенә ярашлы, илдең бөтә төбәктәрендә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, социаль газификациялау программаһы тормошҡа ашырыла.

Добавить в предпочтительные источники Google
Дан йырланды геройғаДан йырланды геройға
Дан йырланды геройға

Ул зәңгәр яғыулыҡты граждандарҙың ер участоктары сиктәренә бушлай килтереп еткерергә мөмкинлек аса. Социаль газификациялау программаһына беҙҙең яҡташтар да әүҙем ҡушыла. Район үҙәге Саҡмағоштоң һуңғы йылдарҙа күтәрелгән урамдарының береһендә ғүмер итеүсе Ғалиуллиндар – был төр дәүләт ярҙамынан файҙаланған тырыш, уңған йәш ғаиләләрҙең береһе. Ранис Рамил улы һәм Ирина Илшат ҡыҙы бернисә йыл элек төҙөп ингән йорттарында матур ғүмер кисерә, дүрт ғәзиздәре – улдары һәм өс ҡыҙҙарына күркәм тәрбиә биреп үҫтерергә ынтыла. Ғаилә башлығы әлеге вакытта Себер яғында эштә, беҙ йорт хужабикәһе Ирина менән әңғәмәләштек. –Йортобоҙҙы биш йыл элек төҙөп бөтөрөп йәшәй башланыҡ, – ти ул. – Урамыбыҙға газ бүлеү торбалары һалынған, зәңгәр яғыулыҡ тоташторолмаған ине. Ноябрь айында социаль газификациялау программаһы буйынса йортҡа газ индереү өсөн Саҡмағоштағы күп функциялы үҙәк офисына документтар тапшырҙыҡ. 10 көн эсендә Өфөнән сертификат алыуға рөхсәт биргән уңай яуап килде. Билдәле булыуынса, әлеге программанан файҙаланыуға хоҡуҡ биргән сертификат бер нисә төрлө категорияларға ҡараған граждандарға тапшырыла. Беҙ сәләмәтлеге торошо буйынса мөмкинлектәре сикле булған ҡыҙыбыҙҙы тәрбиәләгән күп балалы ғаилә булараҡ ошо программала ҡатнашыу хоҡуҡына эйә булдыҡ. Өфөнән уңай яуап килгәс тә “Газпром газораспределение Уфа” йәмғиәтенең Нефтекама ҡалаһындағы филиалына ҡараған Саҡмағоштағы комплекслы хеҙмәте эшселәре тиҙ арала тейешле эштәрҙе башҡарып, йортто урамдың газ селтәренә тоташтырҙы. Унан инде сертификат буйынса аҡса алыу өсөн документтарҙы тапшырҙыҡ. Февралдең тәүге көндәренән башлап йортобоҙҙо зәңгәр яғыулыҡ йылыта. Документтарҙы тиҙ арала йыйып тапшырып, ваҡытында был күләмле эште башҡарып сығыуыбыҙға һөйөнөп бөтә алмайбыҙ. Йортобоҙҙың майҙаны ҙур, газ тоташтороу өсөн сығымдар да әҙ түгел. Шуға ла беҙҙең ғаилә өсөн дәүләттең был ярҙамы шаҡтай яҡшы һиҙелерлек булды. Дәүләт тарафынан граждандар тураһында бындай хәҫтәрлек күрелеүе, әлбиттә, һөйөндөрә. Хәҙер инде донъялар тыныс, үҙебеҙ сәләмәт, тигеҙ-парлы булып, иркен йортобоҙҙа әлегесә матур итеп йәшәп, балаларҙы тәрбиәләп үҫтерергә яҙһын ине тип теләйбеҙ. Ирина Илшат ҡыҙының был теләктәренә беҙ ҙә ихлас ҡушылабыҙ һәм Галиуллиндар кеүек районыбыҙҙы йәмләп, туған ерҙә төпләнгән, күптәргә үрнәк булырлыҡ күркәм итеп йәшәгән, тырышып донъя көткән һәм балалар үҫтергән ғаиләләр тағы ла күбрәк булһын ине тип теләйбеҙ. Фотолар Галиуллиндарҙың ғаилә архивынан алынды.

Автор:Лира   Гәрәева
Читайте нас