САРМАНАЙ
+13 °С
Облачно
Общие статьи
1 Июня 2022, 06:15

1 июнь – Балаларҙы яҡлау көнө

Донъяның алтмыштан артыҡ дәүләте көтөп алынған йәйҙе иң өлкән халыҡ-ара даталарҙың береһен – Балаларҙы яҡлау көнөн ҡаршы алып башлай.

Добавить в предпочтительные источники Google
1 июнь – Балаларҙы яҡлау көнө1 июнь – Балаларҙы яҡлау көнө
1 июнь – Балаларҙы яҡлау көнө


Был датаны 1949 йылда булып үткән конгресстан һүң билдәләй башлайҙар. Ул ҙур йыйында Ҡатын-ҡыҙҙарҙың Халыҡ-ара демократик федерацияһы үҫеп килеүсе буындың именлеген тәьмин итеү тураһында ҡарар итә.
Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө иң беренсе тапҡыр 1950 йылдың 1 июнендә билдәләнә. Шул йылдан байрамды бөтә донъяла йыл һайын үткәрә башлайҙар. Ә инде балаларҙың хоҡуҡын яҡлауҙы халыҡ-ара дәрәжәгә күтәргән документ – Балалар хоҡуҡтары тураһындағы конвенция Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан 1989 йылдың 20 ноябрендә ҡабул ителә. Был документҡа 61 ил вәкиле имза һала. 1990 йылдың июлендә ул СССР-ҙа ла раҫлана.
Донъялағы бөтә балалар тыныс-имен дәүләттәрҙә бәхетле баласаҡ миҙгелдәрен тойоп үҫһен ине тип теләйбеҙ.
Халыҡ-ара Балаларҙы яҡлау көнөндә беҙҙең Саҡмағош районында ла ошо байрамға арналған күп һанлы саралар ойошторола.

Фотолар Саҡмағош районы үҙәге балалар баҡсаларының “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәләрҙән алынды.

Автор:Сайтҡа Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.
Читайте нас