САРМАНАЙ
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Сентябрь 2021, 14:39

Муниципаль район Советына ла депутат һайлайҙар

Район үҙәк дауаханаһы бинаһында урынлашҡан 3253 һанлы һайлау участогынан да кешеләр өҙөлөп тормай. Был участок һайлаусылары Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһына ғына түгел, Башҡортостан Республикаһы Саҡмағош муниципаль районының бишенсе саҡырылыш Советына ла үҙҙәре лайыҡлы тип һанаған кандидатты һайлайҙар. Был өс көндә бында район үҙәгенең Кирбес заводы микрорайонындағы Аграр, Архитектура, Завод, Заречная, Луговая, Радужная, Солнечная, Цветочная, Южная, Трактор урамдарында ғүмер итеүсе һайлауҙарда ҡатнашырга хоҡуҡлы булған һәм һайлаусылар исемлегенә индерелгән 1040 гражданы тауыш бирәсәк тип көтөлә.

Һайлауҙар тураһындағы законға ярашлы, һайлау участогы 8.00 сәғәттә асылған. Ул асылырға бер сәғәт ҡала бюллетеннәрҙе иҫәпләүсе КОИБ аппараттарына тикшереү үткәрелгән.

Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас: