САРМАНАЙ
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Август 2021, 10:00

Ярыштар ғына түгел, бай мәҙәни программа ла көтә

Бөгөн Өфөлә «Молодые профессионалы (WorldSkills Russia)‒2021» Милли чемпионатының финалы башлана. Ул 29 августҡа ҡәҙәр дауам итә.

Ярыштар ғына түгел, бай мәҙәни программа ла көтә
Ярыштар ғына түгел, бай мәҙәни программа ла көтә

Бөгөн Өфөлә «Молодые профессионалы (WorldSkills Russia)‒2021» Милли чемпионатының финалы башлана. Ул 29 августҡа ҡәҙәр дауам итә.
Ҡаланың Рубежная урамында урынлашҡан “Йәш һөнәрмәндәр паркы”нда үткән төп ярыш программаһынан тыш, чемпионатта ҡатнашыусыларҙы һәм Өфө ҡунаҡтарын күләмле мәҙәни программа ла көтә.
Чемпионатты асыу тантанаһы бөгөн “Ватан” паркында 20.00 сәғәттә башлана. Ярыштарҙа ҡатнашыусылар сәхнә эргәһендәге амфитеатрҙа айырым зонала йыйыла. Тамашасылар тау битләүҙәрендә урынлашырға мөмкин.
Сараны асыу тантанаһында светодиодлы яҡтыртҡыстары булған мең дәнә дрон файҙаланылған тамаша күрһәтелә. Унда хедлайнер вазифаһына Егор Крид саҡырылған. Чемпионаттың тәүге көнөн байрам салюты тамамлай.
26 августа Өфө танылған яҡташыбыҙ – йырсы Земфира Рамазанованың тыуҡан көнөн билдәләй. Был көндө 20.00 сәғәттә “Ватан” паркы сәхнәһендә интерактив трибьют-шоу ойошторола. Унда ҡаланың популяр рок-коллективтары сығыш яһай, Земфира һәм “Чайф” төркөмөнөң композициялары яңғыраясаҡ.
27 августа М.Гафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артистары “Ат уйнатып алдан бара” спектаклен күрһәтә. Тамаша генерал Шайморатовтың тыуған көнөнә арнап ойошторола.
28 августа чемпионат ҡунаҡтары һәм өфөләр “Кино төнө” дөйөм Рәсәй акцияһында ҡатнаша ала. Концерт сәхнәһенең ҙур экранында 17.00 сәғәттән башлап Ә.Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы төбәк мультипликаторҙарының мультфильмдарын күрһәтәсәк. “Огонь” фильм-катастрофаһын, “Пальма” ғәилә драмаһын һәм “Конек-горбунок” әкиәтен 17.30 сәғәттән башлап ҡарарға була.
«Молодые профессионалы (WorldSkills Russia)‒2021» Милли чемпионатының финалын ябыу тантанаһы “Ватан” паркында 29 августа 19.00 сәғәттә үтә. Ул байрам салюты менән тамамланыр тип көтөлә.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: “Башинформ” агентлығы порталы.

Ярыштар ғына түгел, бай мәҙәни программа ла көтә
Автор:
Читайте нас: