САРМАНАЙ
+11 °С
Облачно
Общие статьи
11 Июня 2021, 04:28

Башҡарылган эш һөҙөмтәһеҙ ҡалмаҫ

Һабантуй алдынан баҫыуҙарҙы ҡарап сығыу районда матур традицияға әйләнде. Муниципаль район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин етәкселегендә район ауыл хужалығы идаралығының баҫыусылыҡ тармағы белгестәрен, хужалыҡтар һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәрен берләштергән комиссия бы уңайҙан объектив баһа биреү маҡсаты менән баҫыуҙарҙы ҡарап сыҡты. Был сара төбәктә үҫемселек торошон күҙәтеү мөмкинлеген бирә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һабантуй алдынан баҫыуҙарҙы ҡарап сығыу районда матур традицияға әйләнде. Муниципаль район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин етәкселегендә район ауыл хужалығы идаралығының баҫыусылыҡ тармағы белгестәрен, хужалыҡтар һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәрен берләштергән комиссия бы уңайҙан объектив баһа биреү маҡсаты менән баҫыуҙарҙы ҡарап сыҡты. Был сара төбәктә үҫемселек торошон күҙәтеү мөмкинлеген бирә. Шулай уҡ ужымды һәм иртә культураларҙы сағыштырып, уңышты күҙаллау, киләсәктә ҡайһы сорттарға өҫтөнлөк биреү йәһәтенән дә отошло. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ағымдағы йылда көндәрҙең эҫе тороуы, яңғырҙың булмауы ауыл хужалығы культуралары сәсеүлектәре ҡоролоҡҡа дусар булды. Был, әлбәттә, буласаҡ уңышҡа йоғонто яһамай ҡалмай. Шуға ҡарамаҫтан, яңы уңыш юғалтыуларһыҙ йыйып алыныр.
Читайте нас