САРМАНАЙ
+4 °С
Облачно
Общие статьи
16 Апреля 2021, 10:28

Өмә – үҙе бер байрам

Предприятие, учреждение һәм ойошмаларға беркетелгән территорияларҙың санитар-экологик талаптарға яраҡлылығы торошон яҡшыртыу маҡсатында районда беренсе өмә үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Предприятие, учреждение һәм ойошмаларға беркетелгән территорияларҙың санитар-экологик талаптарға яраҡлылығы торошон яҡшыртыу маҡсатында районда беренсе өмә үтте.
Хеҙмәт коллективтары төҙөкләндереү һәм санитар таҙартыу буйынса дөйөм республика экологик шәмбе өмәһендә актив ҡатнашты. Өмә – быуындарҙы берләштереүсе элек-электән килгән матур йола, бик кәрәкле һәм мөһим сара.
Күмәк эшкә муниципаль район хакимиәте, сәләмәтлек һаҡлау, мәҙәниәт, коммуналь хужалыҡ, мәғариф хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар сыҡты. Һәр ойошмаға эш участогы билдәләнгәйне. Көрәк, тырма, һепертке менән ҡоралланып, улар парктарҙы, йәмәғәт ойошмалары һәм административ биналар тирәләрен тәртипкә килтерҙе.
Барыһы ла башҡарылған эштән ҡәнәғәт булып, күңел күтәренкелеге алып таралышты.
Читайте нас