САРМАНАЙ
+4 °С
Облачно
Общие статьи
7 Января 2021, 16:01

Барыһына ла бик күңелле булды

Билдәле булыуынса, быйыл Яңы йыл ялдарының һәр көнө айырым тематикаға арналды. 6 ғинуар көнө “Йылылыҡ һәм ғаилә усағы көнө” билдәһе менән үтте.#минтрудрб #центрысемьярб #семейныйвыходнойрб #семьярб_активныеканикулы

Добавить в предпочтительные источники Google
Билдәле булыуынса, быйыл Яңы йыл ялдарының һәр көнө айырым тематикаға арналды. 6 ғинуар көнө “Йылылыҡ һәм ғаилә усағы көнө” билдәһе менән үтте.
Ошо темаға арнап районыбыҙ биләмәләрендә дә күп төрлө саралар үтте. Саҡмағоштоң үҙәк шыршы майҙаны урынлаштырылған паркта ғаилә хеҙмәте белгестәре “Ҡышкы уйындар” тип исемләнгән ғәилә ялы сараһын әҙерләп үткәрҙе. Уны муниципаль район хәкимиәте башлығының кадрҙар һәм социаль мәсьәләләр буйынса урынбаңары С.Ф. Шакирова асты һәм сарала ҡатнашыусыларҙың бында үткән ваҡыты күңелле һәм файҙалы булыуын теләне. Район ғаилә хеҙмәте етәксеһе И.И.Шәймөхәммәтова был сараны ойоштороуҙа иганәселек ярҙамы күрһәткән игелекле яҡташтарыбыҙға ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, республика күләмендә онлайн-форматта үткәрелгән квиз-уйынға әүҙем ҡушылырга саҡырҙы.
Гаилә ялы байрәмы бик тә күңелле үтте. Унда балалар ҙа, өлкәндәр дә бик теләп ҡатнашты. Малайҙар һәм ҡыҙҙар ике командаға бүленеп “Күңелле пингвиндар”, “Шаян Ҡыш Бабайҙар” һәм күп төрлө башҡа уйындарҙа бик әүҙем ҡатнашты, атай-әсәйҙәр исә тюбингтар, арҡан тартыу ярыштарында уларға ярҙам итте. Бераҙ уйнап өшөгәс, барыһы ла тәмле камыр аштары менән ҡайнар сәй эсеп аяҡ-ҡулдарға йүгергән һалҡынды ҡуҙы ла, йәнә уйын майҙанына ынтылды. Сараға килеүселәр шулай уҡ физкульминут, бейеү флешмобынан да ситтә ҡалманы. Уларҙа ҡатнашып, һәр кеше уңай энергия, яңы көс зарядын тупланы, командаларға бүленеп уйнаған балаларҙың һәр ҡайһына бүләк-призҙар тапшырылды. Саранан өлкәндәр ҙә, балалар ҙа яҡшы кәйеф менән, күңел күтәренкелегендә һәм сараны ойоштыроусыларға ихлас рәхмәттәр еткереп таралышты.
#минтрудрб #центрысемьярб #семейныйвыходнойрб #семьярб_активныеканикулы
Читайте нас