Уңайлы белем алыу һәм көнкүреш шарттары – бөтә мәктәп-интернаттар өсөн дә мөһим мәсьәлә. Сәләмәтлеге торошо буйынса мөмкинлектәре сикле булған балалар йәшәгән Йылайыр мәктәп-интернатында ла был мәсьәләләрҙе хәл итеүгә бик тә яуаплы ҡарайҙар. Күптән түгел бында бинаның ҙур өлөшөндә – уҡыу класстарында, йоҡо бүлмәләрендә, спорт залында һәм коридорҙарҙа ремонт эштәре тамамланды.
Уның барышында яңы, энергияны һаҡсыл ҡулланыусы светодиодлы яҡтыртҡыстар һәм ҡайнар быу менән йылытыу радиаторҙары урынлаштырылды, линолеум йәйелде, вентиляция системаһы яңыртылды – интернатта уңайлыраҡ та, хәүфһеҙрәк тә шарттар булдырылды. Быға “Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәтенең ярҙамы менән ирешелде.
Бынан тыш, нефть үткәреүселәр Бишбүләк районындағы Сухоречка ауылы мәктәбенә лә ярҙам итте: хәҙер унда уҡытыусылар һәм уҡыусылар бинаға тулыһынса яңыртылған инеү урыны аша йөрөйҙәр. Әйткәндәй, ойошма был мәктәпкә беренсе тапҡыр ғына ярҙам итмәй. Быға ҡәҙәр мәктәптә белем биреү үҫешенә булышлыҡ итеүсе корпоратив программа сиктәрендә “Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәтенең ярҙамы менән бында тәүәл фәндәр кабинеттары – математика, физика, химия класстары ремонтланып, иң яңы, заманса лаборатор һәм күрһәтмә йыһазҙар менән тәьмин ителде. Улар дәреҫ үткәреү формаларын төрләндереүгә мөмкинлек асты, уҡытыусыларға һәм уҡыусыларға яңы белем биреү технологияларынан файҙаланыуҙы ҡулайлаштырҙы.
Предприятие эшмәкәрлек алып барған төбәктәрҙәге мәгариф учреждениеләренә, спорт, йәмәғәт һәм дини ойошмаларға ярҙам итеү – “Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәте социаль сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып тора.