САРМАНАЙ
+4 °С
Облачно
Общие статьи
27 Октября 2020, 14:52

Байрам алдынан – ҙур бүләк

Етем һәм ата-әсәһе тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған балаларҙың торлаҡлы булыуға хоҡуҡтарын тәьмин итеү дәүләт ярҙамының комплекслы сараларының айырылғыһыҙ өлөшө булып тора.

Добавить в предпочтительные источники Google
Етем һәм ата-әсәһе тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған балаларҙың торлаҡлы булыуға хоҡуҡтарын тәьмин итеү дәүләт ярҙамының комплекслы сараларының айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Төрлө сәбәптәр арҡаһында ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың хокуктарын һаҡлау мәсьәләләре му ниципаль район хакимиәтенең дә айырым иғтибарында тотола. Кескәй йәштән үк яҙмыш һынауҙарын үтеп, атаәсә наҙын, ғаилә йылыһын тойоп үҫә алмаған өс йәш яҡташыбыҙ ошо төр дәүләт ярҙамы менән ағымдағы йыл- да торлаҡ менән тәьмин ите- леп, үҙ фатирҙарына эйә булды. Республика көнө һәм райондың 90 йыллыҡ юбилейы билдәләнгән байрамдар алдынан муниципаль район хакимиәтендә йәнә бер шатлыҡлы сара үтте: был көндө Рәсәй Федерацияһы Торлаҡ Кодексы һәм Башҡортостан Республикаһының 1998 йылдың 27 октябрендәге 188-з һанлы “Етем һәм ата-әсәһе тәрбиәһеннән мәхрүм ҡалған балаларға социаль ярҙам күрһәтеүҙең өҫтәмә гарантиялары тураһында”ғы законға ярашлы, йәш райондашыбыҙ Ири- на Фикус ҡыҙы Шәйҙуллинаға тантаналы шарттарҙа фатир асҡыстары тапшырылды. Бөтә уңайлыҡтары булған торлаҡтың асҡыстарын эйәһенә тап- шырып,муниципаль район хәкимиәте башлығының иҡтисад һәм финанстар буйынса урынбаҫары Дамир Фәнил улы Низамов яңы фатир эйәһенә изге теләктәр ҙә еткерҙе. Үҙ сиратында Ирина ла бөгөнгө көндән үҙенең торлаҡлы булыуына шатланыуын белдерҙе һәм район етәкселегенә, опека һәм попечителлек бүлеге хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтле булыуын әйтте.
Читайте нас