САРМАНАЙ
+7 °С
Облачно
Общие статьи
8 Сентября 2020, 10:08

“Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәте Башҡортостан Республикаһы һыулыҡтарына уҡбалык маймыстарын ебәрҙе

Күптән түгел “Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан Республикаһы һыулыҡтарына – Бөрө ҡалаһы эргәһендәге ҡушылдыҡтары менән Ағиҙел йылғаһына һәм Ҡариҙел районында Павловка һыу һаклағысына 220 меңдән ашыу уҡбалыҡ (сөгә) маймыстарын ебәрҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Күптән түгел “Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан Республикаһы һыулыҡтарына – Бөрө ҡалаһы эргәһендәге ҡушылдыҡтары менән Ағиҙел йылғаһына һәм Ҡариҙел районында Павловка һыу һаклағысына 220 меңдән ашыу уҡбалыҡ (сөгә) маймыстарын ебәрҙе.
Маймыстар Пермь крайында урынлашҡан балыҡ үрсетеү үҙәгенән махсус транспорт ярҙамында ҡайтарылды, ундағы яйланмалар балыҡтарҙы тере көйөнсә һаҡлау өсөн контейнерҙарҙа уңайлы шарттар тыуҙырыу өсөн тәғәйенләнелгән. Һәр маймыстың уртаса ауырлығы өсәр грамм тәшкил итә. Беҙҙең һыулыҡтарға ебәреү өсөн ҡулайлашҡан Кама бассейны уҡбалыҡтары маймыстарына өҫтөнлөк бирелде.
Маймыстарҙы ебәреүгә “Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәтенең экологик именлек һәм тәбиғәттән һаҡсыл файҙаланыу бүлеге белгестәре һәм Балыҡсылыҡ буйенса федераль агентлыҡтың Урта Иҙел буйы төбәк идаралығының Башҡортостан Республикаһы буйынса һыулыҡтарҙағы биологик ресурстарға дәүләт күҙәтселеге, контроль һәм һаҡлау бүлеге вәкилдәре күҙәтселек итте.
Белгестәр маймыстарҙың ҡәнәғәтләнерлек торошта булыуын, уларҙы һыулыҡтарға бөтә ҡағиҙәләр теүәл үтәлеп ебәрелеүен тулыһынса раҫланылар.
Һыулыҡтарҙағы биологик ресурстарҙы өҫтәмә тулыландырыу буйынса экологик компенсациялау сараһы “Транснефть” йәмғиәтенең объекттары урынлашҡан төбәктәрҙә биологик төрлөлөктө һаҡлау буйынса корпоратив программа сиктәрендә ғәмәлгә ашырылды.
“Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәте өсөн биоресурстарҙы тулыландырыу тәбиғәтте һаҡлау эшсәнлегендә мөһим йүнәлештәрҙең береһе булып ҡала. Унан алдараҡ, быйыл, 2020 йылдың авгусының тәүге яртыһында предприятие Төмән өлкәһендәге һыулыҡтарға 199 мең, Һамар өлкәһендә урынлашҡан Саратов һыу һаҡлағысына 16,6 мең уҡбалыҡ маймыстары ебәргәйне инде.
Читайте нас