Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Июнь 2020, 18:45

Көн үҙәгендә – мал аҙығы хәҙерләү

Баҙар иҡтисады аграрийҙар алдына сифатлы, барынан элек, аҙ сығымдар иҫәбенә мөмкин ҡәҙәр күберәк продукция етештереү бурысын ҡуя. Малсылыҡта иһә, билдәле булыуынса, әлеге маҡсатҡа ирешеү, табыш алыу күп осраҡта хәҙерләнгән мал аҙығы запасына һәм уның сифатына бәйле. Шуңа күрә «йәшел ураҡ»ты бар яғын уйлап һәм ойошҡан төҫтә үткәрергә кәрәк. Әлеге йүнәлештә агросәнәғәт комплексы предприятиеларына, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарына ярҙам итеү йөҙөнән «Үҙәк МТС» ДУАХП Ишҡар бүлексәһе базаһында етәкселәр, агрономдар, зоотехниктар, инженерҙар ҡатнашлығында мал аҙығы хәҙерләүгә ҡағылышлы көн тәртибе менән оператив кәңәшмә үтте.

Алда әйтелгәнсә, малсылыҡ продукцияһын арттырыуҙа мал аҙығының еткелекле булыуы һәм уның сифаты мөһим роль уйнай. Шуңа күрә әлеге мөһим кампания айырыуса ныҡлы иғтибар талап итә. Шул рәүешле, киңәшмәнең практик өлөшөн район ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Илдар Нәбиев асып, маҡсаты, программаһы менән таныштырҙы һәм «йәшел ураҡтың иң мөһим, яуаплы кампанияларҙың береһе булыуын билдәләп, алдағы ҡышлатыу өсөн етерлек аҙыҡ тупларға кәрәклеген аҙһыҙыҡланы, бының өсөн әҙерлек булыуын нигеҙләп, һәр көндө, һәр сәғәтте һөҙөмтәле файҙаланырға саҡырҙы. Бында мал аҙығы хәҙерләү технологияһын практикала күрһәтеү маҡсатында «Үҙәк МТС» ДУАХП Илеш филиалынан төрлө маркалағы техника килтерелгән ине. Улар менән ауыл хужалығы идаралығының баш инженеры Рәмил Мостафин таныштырҙы һәм артабан бесән, сенаж хәҙерләү процессы күрһәтелде.
Читайте нас в