Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Июнь 2020, 14:25

Яңы ҡойма ҡойҙолар

Кушнаренко ауылында йәшәүсе изге күңелле бер нисә кеше күпфатирлы йорт ихатаһында яңы ҡойма ҡойҙолар.

Кушнаренко ауылында йәшәүсе изге күңелле бер нисә кеше күпфатирлы йорт ихатаһында яңы ҡойма ҡойҙолар.
2020 йыл Башҡортостан Республикаһында Торлаҡ пункттар эстетикаһы йылы тип иғлан ителде. Уның барышында халыҡтың уңайлы тормошо өсөн шарттар тыуҙырыу, ҡала һәм ауылдарҙын йөҙөн (газон, тротуар, ҡойма, яҡтыртыу һәм башҡалар) матурлау күҙ уңында тотола. Райондаштарыбыҙҙың был эшкә үҙ башланғыстары менән тотоноуы айырыуса һөйөнөслө.
Кушнаренколылар Әсғәт Ғәйнетдинов, Булат Вәхитов, Зинфир һәм Илвир Хәйерланамовтар, көс һәм аҡсаларын берләштереп, Октябрь урамы, 79 адресы буйынса күпфатирлы йорттың иҫке ҡоймаһы урынына яңыны ҡоялар. Улар үҙҙәре бында йәшәмәйҙәр, ләкин ошо йорттағы бер кешегә туған тейешлеләр.
– Был эште ысын күңелдән башҡарҙыҡ. Бында йәшәүселәргә лә яҡшы, беҙгә лә күңелле. Ҡойманы яңыртҡас, район үҙәгенең төп урамы матурланып киткән кеүек булды, – тине Әсғәт Ғәйнетдинов.
Ауылдаштарыбыҙға ошо изге ғәмәлдәре өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.
Читайте нас в