Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Июнь 2020, 17:40

Милли батыр иҫтәлегенә – флешмоб

16-сы июндә Башҡортостандың милли геройы, шағир һәм яугир, полк башлығы Салауат Юлаевтың тыуыуына 266 йыл тула.

16-сы июндә Башҡортостандың милли геройы, шағир һәм яугир, полк башлығы Салауат Юлаевтың тыуыуына 266 йыл тула. Быйыл республикала Салауат Юлаев көндәре онлайн-форматта үтә.
Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, республика халыҡ ижады үҙәге һәм фольклор үҫешенә булышлыҡ итеүсе “Башҡортостан Республикаһының Сәсәндәр үҙәге” коммерциялы булмаған ойошмаһы милли геройҙың тыуған көнөнә арнап флешмоб иғлан итә.
Был мәҙәни-ижади сарала сәсәндәр, халыҡ ауыҙ ижадын яратыусы һәм юғары баһалаусы һәр кеше ҡатнаша ала. Флешмобта ҡатнашыусылар Салауат Юлаевҡа арналған йырҙар һәм ҡобайырҙар, уның шиғырҙарын башҡара һәм был видеороликтарҙы #БашҡортСәсәндәре #СалауатМенән #СалауатЮлаев #РЦНТРБ #МКРБ #ЦентрСэсэновРБ хештегтары менән социаль селтәрҙәрҙә урынлаштыра ала. Флешмоб 12-нсе июндән 16-на ҡәҙәр дауам итә.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: “Башинформ” сайты.
Читайте нас в