Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Июнь 2020, 16:50

Мәңгелек йорттар йыйыштырылды

Билдәле булыуынса, 6 июндә тоташ республика буйынса Иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көнө үтте.

Билдәле булыуынса, 6 июндә тоташ республика буйынса Иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көнө үтте. Ошо уңайҙан Саҡмағош районының бөтә ойошма, предприятиелары һәм учреждениелары хеҙмәткәрҙәре зыяраттарҙы, быуа буйҙарын һәм юл ситтәрен таҙартыу эштәрендә әүҙем ҡатнашты. Дөйөм көс менән район ауылдарындағы 96 зыярат йыйыштырылып, тәртипкә килтерелде. Бынан тыш, ауыл биләмәләрендәге әйләнә-тирә территорияларҙа таҙартыу-төҙөкләндөреү эштәре алып барылды. Торлаҡ пункттар эстетикаһы йылында ла районыбыҙ, һәр ваҡыттағыса, бөхтәлеге, төҙөклөге менән айырылып торһон өсөн бөтә райондаштарҙың берҙәм булып ошо айҙарда һәм аҙналарда булдырылған тәртипте һаҡлауы, таҙартыу-төҙөкләндереү эштәренә үҙ өлөшөн индереүе талап ителә.
Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: муниципаль район хәкимиәте сайты.
Читайте нас в