Саҡмағош беренсе урта мәктәбенең 3А синыфы уҡыусылары бөтә сараларҙа ла әүҙемлектәре, ижади ҡарашлы, бик тә сәләтле булыуҙары менән айырылып тора, бихисап бәйге-конкурстарҙа ҡатнашып, уңыштарға ирешә.
Май айында улар “Башҡортостан таланттары” балалар һәм үҫмерҙәр конкурсында дистанцион рәүештә ҡатнашты. Класс коллективы был бәйгегә 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә арнап, “Три танкиста” инсценировкаһын тәҡдим иткәйне. Был музыкаль номер жюри ағҙаларының да күңелен яулаған, күрәһең. Йәш райондаштарыбыҙ ошо дәрәжәле бәйгелә беренсе урынды яуланы. Уларға был хаҡтағы Диплом да тапшырылды. Конкурс еңеүселәрен әҙерләгән синыф етәксеһе Рәзимә Исмәғил ҡыҙы Мостафина һәм мәктәптең музыка уҡытыусыһы Алик Марат улы Нәбиуллин Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Саҡмағош беренсе урта мәктәбе уҡыусыларын сираттағы уңыштары менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да ошондай мәртәбәле еңеүҙәргә ирешеүҙәрен теләйбеҙ.
Фото синыф етәксеһенең шәхси архивынан алынды.