Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Июнь 2020, 18:05

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына – 25 йыл!

Йәйҙең тәүге көндәрендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы күркәм юбилейын билдәләне.

Йәйҙең тәүге көндәрендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы күркәм юбилейын билдәләне. 25 йыл элек – 1995 йылдың июнендә беренсе съезд үтте. Ул башҡорттарҙың милли мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу һәм Ер шарының бөтә ҡитғаларында йәшәүсе башҡорт халҡын берләштереү, консолидацияләү йүнәлешендәге ҙур юлдың башы булды.
1995 йыл йәйенең тәүге көндәрендә Өфөгә Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан, Рәсәй субъектарынан, яҡын һәм алыҫ сит ерҙәрҙән башҡорт халҡы вәкилдәре йыйылды. Беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡабул ителгән документтар милләтең байтаҡ проблемаларын хәл итеү юлдарын аныҡ билдәләне. Ошонда уҡ ойошманың башҡарма комитеты ла һайланды. Уның тәүге рәйесе итеп йәмәғәт эшмәкәре, тарих фәндәре докторы Нияз Мәжитов билдәләнде.
Бөтә донъя башҡорттарының II ҡоролтайы 2002 йылдың, өсөнсөһө – 2010 йылдың, дүртенсеһе 2015 йылдың йәйендә үтте. Бишенсе ҡоролтай ҡыҫаларында уның Президиумы ойошторолдо. Уға Эльвира Айытҡолова етәкселек итте.
Уҙған йылда үткән форумға Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм төрлө илдәрҙән 500-ҙән ашыу делегат килде. Ҡоролтайҙың төп идеяларының береһе – бөтә донъяла йәшәүсе башҡорттарҙы берләштереү, уларҙың тарихи Ватандарында ниләр булғанын белеп кенә ҡалмайынса, был ваҡиғаларҙа туранан-тура ҡатнашыуын да ойоштороу.
Бишенсе ҡоролтайҙа “Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы” раҫланды. Ул 2050 йылға ҡәҙәрге киләсәк осорҙо үҙ эсенә ала. Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 140тан артыҡ милли-мәҙәни ойошманы берләштерә, уларҙың 20-һе сит ерҙәрҙә – Австрия, Латвия, Литва, Алман иле, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙахстан һәм башҡа илдәрҙә эшмәкәрлек алып бара. Улар бөтәһе лә башҡорттарҙың мәҙәниәтен, телен һәм традицияларын һаҡлап ҡалыу маҡсатын бойомға ашыра.
Ағымдагы 2020 йылдың Башҡорт теле йылы тип иғлан ителеүе лә тәрән мәғәнәгә эйә – ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 25 йыллыҡ юбилейы менән тәңгәл килә.
Донъяла һәм илдә, республикала вирус эпидемияһына бәйле барлыҡҡа килгән хәл һөҙөмтәһендә Ҡоролтайҙың юбилейы онлайн рәүештә билдәләнә.
Фотолар - "Башинформ" агентлыгынан.
Читайте нас в