САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Май 2020, 14:05

Өлкән райондаштарыбыҙҙы хәҫтәрләп

Йәштәр үҙәге ҡаршындағы “Беҙ бергә!” волонтерҙар штабы ирекмәндәре райондың үҙәк баҙары һәм уның эргәһендә урынлашкан эре сауҙа нөктәләре янында өлкән йәштәгеләргә бушлай маскалар таратты.

Билдәле булыуынса, 12 майҙан республикала коронавирус пандемияһына бәйле байтаҡ сикләүҙәр ғәмәлдән сығарылды. Ә кайһы берҙәре, киреһенсә, ҡатғиланды. Улар тәү сиратта мотлаҡ рәүештә маска һәм перчатка кейеп йөрөүгә ҡағыла. Был төр һаҡланыу сараларының һөҙөмтәлелеге тураһында фекер айырмалыҡлары байтаҡ булһа ла, белгес-табибтар әйтеүенсә, битлектәр беренсе сиратта ҡул менән биткә ҡагылыуҙан һаҡлай. Шуға ла маска һәм перчаткалар бөтә йәмәғәт урындарында булғанда мотлаҡ кейелгән булырға тейеш. Вирус таралыуҙы сикләүсе был талапты боҙған өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралған.
Саҡмағош районында йәшәүселәр тарафынан был канундың үтәлеүенә контроллек итеү юғары кимәлдә ойошторола. Кешеләр айырыуса күп йөрөй торған сауҙа үҙәктәрендә, йәмәғәт урындарында даими рейдтар үткәрелә, юғары әҙерлек режимы талаптарын һанға һуҡмаған кешеләр менән аңлатыу-һөйләшеүҙәр алып барыла, киҫәтеүҙәр яһала. Вирусты йоҡтороу хәүефе айырыуса юғары булған өлкән йәштәгеләр сәләмәтлеген хәҫтәрләүгә айырым иғтибар бүленә.
Ошо маҡсатта Йәштәр үҙәге ҡаршындағы “Беҙ бергә!” волонтерҙар штабы ирекмәндәре райондың үҙәк баҙары һәм уның эргәһендә урынлашкан эре сауҙа нөктәләре янында өлкән йәштәгеләргә бушлай маскалар таратты. “Берҙәм Рәсәй” партияһы тарафынан бүленгән күп тапҡыр ҡулланыла торған был һакланыу сараларын волонтерҙар Илдар Ғәлләмов, Фируза Саҡаева, Флорида Ҡамалова райондаштарыбыҙға сәләмәт булыуҙарын һәм үҙҙәрен һаҡлау тураһындагы теләктәрҙе еткереп тапшырҙы. Өлкәндәр үҙ сираттарында был хәҫтәрлеккә рәхмәтле булыуҙарын белдерде.
Читайте нас: