Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Май 2020, 13:25

Балаларҙы яҡлау көнөндә тапшырыла

“Башкиравтодор” компанияһы онкология ауырыуҙарынан яфа сиккән балалар өсөн бүләктәр йыйыуҙы ойошторҙо.

“Башкиравтодор” компанияһы онкология ауырыуҙарынан яфа сиккән балалар өсөн бүләктәр йыйыуҙы ойошторҙо. Әлеге акция “Ларец смелости” тип исемләнә. Республика дауаханаларының онкология бүлектәренә тапшырыла торған уйынсыҡтар тултырылған тартмаларҙа ла тап ошо исем яҙылған. Уларҙа дауаланыусы балалар, ҡурҡыу һәм көслө ауыртыныуҙарҙы еңеп, ауыр, күп ғаҙаптар килтерә торған, хәттә ҡурҡыныс процедураларҙы кисерергә мәжбүр. Табибтар һәм шәфҡәт туташтары, уларҙың кәйефен бераҙ булһа ла күтәреү өсөн бындай тартмаларҙан кескәй бүләктәр – уйынсыҡтар, китаптар, буяу китаптарын алып, сабыйҙарға тапшыралар. Был уларға бер ни ҡәҙәр тынысланырға һәм процедураны үтәргә ярҙам итә.
“Башкиравтодор” компанияһының Саҡмағоштағы юл төзөү-ремонтлау бүлеге хеҙмәткәрҙәре дә әлеге шәфҡәтьлелек акцияһына актив ҡушылып, “Ларец смелости” тартмаһына һалыу өсөн бүләктәр алыуға һәм төбәк дәуалау учреждениеларының балалар онкологияһы бүлектәренә тапшырыу өсөн аҡса тупланылар. Был бүләктәр республика балалар клиник дауаханаһына Балаларҙы яҡлау көнөндә – 1 июндә тапшырыласаҡ.
Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: муниципаль район хәкимиәте сайты.
Читайте нас в