Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Май 2020, 18:50

“Таланттар йондоҙлоғо”ноң икенсе туры тамамланды

Ошо көндәрҙә Өфөлә сәләмәтлеге торошо буйынса мөмкинлектәре сикле булған балалар һәм үҫмерҙәрҙең “Таланттар йондоҙлоғо” IX асыҡ конкурсының икенсе туры тамамланды.

Ошо көндәрҙә Өфөлә сәләмәтлеге торошо буйынса мөмкинлектәре сикле булған балалар һәм үҫмерҙәрҙең “Таланттар йондоҙлоғо” IX асыҡ конкурсының икенсе туры тамамланды. Коронавирус эпидемияһы сәбәпле, бәйгенең тәүге ике туры онлайн-форматта үткәрелде. Жюри ағҙалары 150 номерны ҡараны, икенсе һайлап алыу турына 40 ҡатнашыусы үтте. Өсөнсө, финал турын һәм байрам гала-концертын ойоштороусылар көҙ көнө сәхнәлә үткәрергә өмөтләнә.
Сентябрь айында судьялар коллегияһы еңеүселәр һәм лауреаттарҙы һайлап ала, октябрь айында гала-концерт сығыштар майҙанында үтәр, тип планлаштырыла.
Социаль яҡтан бик тә әһәмиәтле булған был проектты Башҡортостандың “Әсә йөрәге” Әсәләр советы йәмәғәт ойошмаһы ойоштора. “Тамыр” телекомпанияһы мәғлүмәти һәм Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы ижади яҡтан ярҙам күрһәтә. Ижади бәйге төбәктең Ғәилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау һәм Мәҙәниәт министрлыҡтары, “Берҙәм Рәсәй” Дөйөм Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостандағы төбәк бүлеге, Өфө ҡала округы Советы ярҙамы менән бойомға ашырыла. Уның төп маҡсаты – сәләмәтлеге торошо буйынса мөмкинлектәре сикле булған балалар һәм үҫмерҙәрҙең заманса мөхиткә социаль яйлашыу өсөн шарттар булдырыу.
Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: “Башинформ” агентлығы.
Читайте нас в