САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Май 2020, 18:50

“Һуңғы ҡыңғырау” байрамдары яҡынлаша...

Улар быйыл ғәҙәти форматта үтмәй

Башҡортостан мәктәптәренең 11 синыф уҡыусылары өсөн “Һуңғы ҡыңғырау” 29 майҙа яңғыраясаҡ. Әммә байрам ғәҙәти форматта булмай. Төбәк мәғәриф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин белдереүенсә, федераль министрлыҡ тәкъдименә ярашлы, “Һуңғы ҡыңғырау”ҙар мәктәптә яңғырамаясаҡ. “Байрам дистанцион рәүештә үтәсәк, уҡыусылар, уҡытыусыларҙың мәктәптән тыш туранан-тура аралашыу мөмкинлеге булмай. Муниципалитеттарға онлайн-флешмобтар яки башҡа төрлө дистанцион саралар үткәреү тураһында тәҡдимдәр ебәрелде”, – тине ул.
Бындай байрамдарҙы үткәреүҙең дистанцион форматы шулай уҡ 9-сы, 4нсе синыфты һәм балалар баҡсаларын тамамлаусы сығарылыштарға ла ҡағыла. Төркемдәргә йыйылыу һәм тәбиғәткә сығыу тыйыла.
11-се синыфтарҙың сығарылыш кисәләре тураһында ҡарар әлегә ҡабул ителмәгән.
Мәғлүмәт сығанағы: “Башинформ” агентлығы.
Читайте нас: