САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Апрель 2020, 12:40

Китапханасылар ярҙамға ашыға

Юғары әҙерлек режимы иғлан ителгәс тә, тотош ил буйынса пандемия шарттарында коронавирус йоҡтороу ихтималы юғары булған кешеләргә ярдәм итеү өсөн волонтерлыҡ штабтары эшләй башланы. Көн һайын был акцияға ҡушылыусылар һаны артҡандан-арта. Был игелекле эштән китапханасылар да ситтә ҡалманы.

Юғары әҙерлек режимы иғлан ителгәс тә, тотош ил буйынса пандемия шарттарында коронавирус йоҡтороу ихтималы юғары булған кешеләргә ярдәм итеү өсөн волонтерлыҡ штабтары эшләй башланы. Көн һайын был акцияға ҡушылыусылар һаны артҡандан-арта. Был игелекле эштән китапханасылар да ситтә ҡалманы. Социаль фәндәр онлайн-университетының курстарын үтеп, ирекмәндәр ватандаштарҙың сәләмәтлеге һәм именлеге тураһында хәҫтәрлек күреү буйынса белемдәрен камиллаштырҙылар.
Тәү сиратта өлкән йәштәге һәм хәрәкәт итеү мөмкинлектәре сикле булған, изоляциялағы, башҡа ҡала һәм төбәктәрҙән килгән кешеләргә ярҙам күрһәтелә. Шулай уҡ китапханасы-волонтерҙар ауыр тормош хәлендә ҡалған ғәиләләргә ҙә ярҙам итә. “Беҙҙең эргәләә генә хәүеф төркөмөнә ҡараған һәм шуға да урамға сыға алмаған кешеләрҙең күп булыуы тураһында белеүе ауыр. Шунда уҡ үҙеңде, яҡындарыңды улар хәленә ҡуйып ҡарайһың. Һәм шунан һуң кеше бәләсенән ситтә ҡала алмайһың”, – тип үҙ ирекмәнлек эшсәнлеге тураһында һөйләне китапханасыларҙың береһе.
Волонтерҙар эше аҙна уртаһында ла, ялдарҙа ла туҡталып тормай. Ярҙам һорап шалтыратыусыларҙан хәбәр килеү менән ярҙамға ашыға улар, талап ителгән аҙык-түлек, дарыуҙар, көндәлек кәрәк-яраҡтарҙы йорттарға килтереп тапшыра. Якшәмбе көннө лә Тыныслыҡ урамында йәшәүсе өлкән йәштәге апайҙың үтенече буйынса ул һораған әйберҙәрҙе илтеп килде китапханасылар.
Читайте нас: