САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Апрель 2020, 14:30

Акцияға берҙәм ҡушылайыҡ

25 апрелҙә “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2020” акцияһы үтә. Донъялағы һәм илдәге эпидемиологик хәлгә бәйле, быйыл ул беренсе тапҡыр онлайн-форматта ойошторола.

25 апрелҙә “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2020” акцияһы үтә. Донъялағы һәм илдәге эпидемиологик хәлгә бәйле, быйыл ул беренсе тапҡыр онлайн-форматта ойошторола. Был сарала, ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, һәр кеше лә ҡатнаша ала. Диктант яҙыр өсөн алдан уҡ https://bashkdictant.ru/. сайтында теркәлергә кәрәк буласаҡ.
25 апрель көнөндә Өфө ваҡыты менән 11.00 сәғәттә “Башҡортостан юлдаш телевидениеһы” (“БСТ”) каналында, “Бәйләнештә” (“ВКонтакте”) социаль селтәрендә, Instagram, YouTube видеохостинғында дикторҙың диктант тексын уҡыуы тура эфирҙа күрһәтелә. Ваҡыт түбәндәгесә бүленгән:
11:00дән 11:25 сәғәткәсә – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүсе ҡатнашыусылар өсөн;
11:30дан 11:55 сәғәткәсә – башҡорт телендә иркен аралашыусы ҡатнашыусылар өсөн;
12:00дән 12:30 сәғәткә ҡәҙәр – башҡорт теленең төнъяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусы ҡатнашыусылар өсөн.
Әлеге көндә сайтта 20 меңдән артыҡ был акцияла ҡатнашырға теләк белдереүсе кеше теркәлгән. Улар араһында Рәсәй ҡалалары һәм өлкәләре, яҡын һәм алыҫ сит илдәр вәкилдәре лә бар.
Акцияға ҡушылыусы һәр кем диктантты өйөндә үҙ аллы ла яҙа ала. Был эш тамамланғанан һуң диктант яҙылған ҡағыҙ битен фотоға төшөрөп йәки сканерлаштырып шәхси кабинет аша https://bashkdictant.ru/. сайтына ебәрергә кәрәк буласаҡ. Әгәр ундай мөмкинлек булмаһа, яҙылған диктантты 26 апрелҙең Өфө ваҡыты менән 23:59 сәғәтенә ҡәҙәр [email protected]. электрон почтаһына йәки Whatsapp мессенджерына +7 (927)950-02-66 һандарын йыйып ебәрергә кәрәк буласаҡ.
Әгәр диктантты онлайн режимында яҙа алмайһығыҙ икән, тура эфир видеоһы 26 апрелҙең 23:59 сәғәтенә ҡәҙәр (шулай уҡ Өфө ваҡыты менән) сайтта буласаҡ. Уны һәр кеше ҡарап, диктант яҙа һәм эштәрҙе ҡабул итеү тамамланғансыға ҡәҙәр ебәрә аласаҡ.
Читайте нас: